Найти тему
Башҡортостан гәзите

Наурыздар Яйыҡ буйына йыйылған...

Учалы районының Наурыз ауылы халҡы Яйыҡ буйына теләк теләргә сыҡҡан. "Матур сараға ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ғына түгел, ир-егеттәрҙең дә килеүе бик ҡыуаныслы булды. Намаҙ уҡып, тәмле бутҡа бешереп, сәй ҡайнатып эстек. Ер-әсәнең (Заһирова Гөлнур) һүҙҙәренән һуң тәбиғәт, һауа торошо тураһындағы һынамыштарға бәйле һорауҙар биреп, йомаҡтар ҡойоштоҡ. Һәр кем үҙе белгән яуаптарҙы әйтеп ҡалырға тырышты, оло йәштәгеләр элек үҙҙәренең нисек итеп ямғыр саҡырғандарын иҫкә төшөрҙө, балаларға һамаҡлап күрһәтте. Мәтрүшкә ҡушып яһалған сәй менән бутҡа бик тәмле булды. Артып ҡалған бутҡанан ҡош-ҡорттарға һәм балыҡтарға ла өлөш сыҡты. Иҫке сөгөн төбөнә ҡалған бутҡаны һалып, һыуҙың ситенә түңкәреп күмеп ҡуйҙыҡ. "Ямғыр теләү" йолаһына ярашлы, әгәр ҙә ямғырҙар үтә оҙайлыға әйләнһә, сөгөндө кире ҡаҙып сығарырға кәрәк икән. Рим хәҙрәт етәкселегендә бер төркөм малайҙар Яйыҡҡа йәлпәк таштар ырғытып, "Кем күберәк кәләш ала? " уйынын уйнанылар. Был ярышта хәҙрәткә етеүсе булманы. Һуңынан бөтәһе лә күңелле итеп һыу һибеште. Байрамға килеүселәр ил-йорт именлеген, тиҙерәк ямғырҙар яуыуын теләп, ойоштороусы ағинәйҙәргә (етәксеһе Байғарина М. Х.) аш-һыу яраштырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға ихлас рәхмәт әйтеп таралышты. Донъялар тынысланһын, шифалы ямғырҙар яуып, тәбиғәтебеҙ сафланһын, тағы ла нығыраҡ матурайһын, хозур тәбиғәтле еребеҙҙә үҙебеҙ кинәнеп йәшәйек!" - тип яҙҙы улар үҙҙәренең социаль селтәрҙәге төркөмөндә. Сығанаҡ: vk.com/club136957392