Найти тему
Башҡортостан гәзите

Кисегеҙҙе гармун моңо биҙәһен!

Гармун, баян моңо моңһоҙҙарҙың да күңелен иретер, ҡайғыла һағышын баҫыр, шатлыҡта йөрәген елкендерер. Ауылдарҙа йәшәүсе ошо талант эйәләре һәр береһе халҡыбыҙҙың рухи байлығын арттыра. Гәзитебеҙ ойошторған гармунсылар конкурсында Ғафури районының Сәйетбаба ауылынан Хәтмулла Байбулдиндың гармун моңдарын онотмағанһығыҙҙыр әле. Конкурсыбыҙҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн ул редакцияның Рәхмәт хатына лайыҡ булды. Бөгөн Ғафуриға эш сәфәре барышында гармунсыбыҙ менән күрешеп әңгәмәләшеү форсаты тейҙе. Уның һағышлы ла, дәртле лә көйҙәрен һеҙҙең өсөн яҙҙырып алдыҡ. Тиҙҙән Хәтмулла Байбулдин тураһында гәзитебеҙҙә мәҡәлә уҡырһығыҙ. Фото һәм видео авторҙыҡы.