2023 йылдың 1 июненән Президент ҡушыуы буйынса Рәсәйҙә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды эшләй башланы. Донбасстағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан хәрби ветерандар, шулай уҡ уларҙың ғаиләләре тейешле ярҙам ала аласаҡ.Башҡортостан халҡы Өфөлә урынлашҡан фонд филиалына ярҙам һорап мөрәжәғәт итә ала.«Дәүләт фонды филиалына мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы ла хәстәрлек менән солғанып алынһын өсөн бар көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Батырҙарыбыҙ һәм уларҙың яҡындары мөмкин тиклем күберәк ил һәм республика ярҙамын тойһон», - тип яҙа Башҡортостан Башлығы сәхифәһендә.Социаль координаторҙар республиканың һәр ҡалаһында һәм районында эшләйәсәк, ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән махсус операция ветерандарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына булышлыҡ итәсәк. Фонд координаторҙары составында хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр бар. Улар мөрәжәғәт итеүселәр менән профилле ведомстволар, шулай уҡ власть органдары араһында бәйләнеш булдырасаҡ.Фонд ветерандарға тейешле ярҙам, шул иҫәптән медицина