Найти тему
Башҡортостан гәзите

Абитуриенттарға һәм уларҙың ата-әсәһенә!

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы – Башҡортостандың көньяғындағы ҙур белем биреү, фәнни һәм инновациялы үҙәк. Уҡыу йортоноң өҫтөнлөклө бурысы – эш процесын дөрөҫ итеп ойоштора белгән һәм туҡтауһыҙ яңыны өйрәнеүгә һәләтле профессионалдарҙы әҙерләү. Заманса университетта һигеҙ уҡыу корпусы бар һәм уларҙа һигеҙ факультет урынлашҡан (математика һәм мәғлүмәт технологиялары, тәбиғәт фәндәре, иҡтисад, юридик, тарих, филология, башҡорт һәм төрөк филологияһы, педагогика һәм психология факультеты), физик культура һәм һаулыҡты һаҡлау технологиялары кафедраһы һәм колледж. Фәнни эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөллә­неүгә “Һанлы белем биреү технологиялары” фәнни-белем биреү, “Ҡайнау нөктәһе” проекттарға идара итеү үҙәктәре, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған китапханалар, лабораториялар ҙа булышлыҡ итә. Университет киләсәккә ышаныслы атлай, шуға ла уҡыу процесына инновациялар индерә. Беҙ абитуриент­тарға “Яһалма интеллект һәм мәғлүмәттәр анализы”, “Компьютер системалары хәүефһеҙлеге”, “Медицина физикаһы”, “Пилотһыҙ авиация системаларын файҙаланыу”, “Журналистика” һәм башҡа һорау менән ҡулланылған уҡытыу программаларын тәҡдим итәбеҙ. Барлыҡ ситтән килеүсе студент­тарға (ниндәй уҡытыу формаһы булыуға ҡарамаҫтан) дөйөм ятаҡта урындар бирелә. Өфө Фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалына уҡырға инеү шарттары менән рәсми сайтта танышырға йәки түбәндәге телефондар буйынса белешергә була: +7(3473) 43-46-63, +7 (917) 401 -15-00. Беҙҙең адрес: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Ленин прос­пекты, 49, 107-се бүлмә. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы – һеҙҙең уңышығыҙҙың нигеҙе!