Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә төрлө уйҙырмалар етерлек. Шуларҙың бер нисәһенә күҙ һалайыҡ. С витамины һалҡын тейеүҙән һаҡлаймы? Ул иммунитетты нығыта, әммә һеҙҙе киҙеүҙән һаҡламаясаҡ. Кеше мейеһенең 10 проценты ғына көндәлек эшмәкәрлектә файҙаланыла. Ысынлап та, кеше мейеһенең ҡайһы бер зоналары тураһында әлегәсә билдәле түгел. Әммә, нисек кенә булмаһын, уларҙың һәр береһе тормош өсөн бик мөһим функцияларҙы үтәй. Һыуҙы ни тиклем күберәк эсһәгеҙ, шул тиклем яҡшыраҡ, тиҙәр. Ысынлап та, шулаймы? Аҙыҡ-түлектең байтағында, айырыуса еләк-емештә һәм йәшелсәлә һыу миҡдары күп. Эскегеҙ килмәһә, көсләп шыйыҡлыҡ ҡулланырға ярамай – бөйөрҙәрегеҙгә зыян килтереүегеҙ ихтимал. Стрестан сәстәр саллана, тиҙәр. Ғәмәлдә ғалимдар нервы көсөргәнешлегенән сәстәрҙең ағарыуын иҫбатлай алмай. Бөтәһе лә кешенең гендарына бәйле. Тир тәндән токсиндарҙы сығарамы? Тирләү арҡаһында организм һыуына. Тир составында тоҙ, һыу, электролиттар бар, ә токсиндарҙың бер ҡатнашлығы ла юҡ. Насар яҡтыртылған бүлмәлә уҡыу