Арҙаҡлы милләттәшебеҙ, аҡыл эйәһе, теолог, мосолман донъяһы мәғрифәтсеһе, педагогы Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тыуыуына быйыл 190 йыл тулды. Уның эшмәкәрлеге ХIХ – ХХ быуаттар сигендә Рәсәйҙең мосолман халыҡтарының рухи үҫешенә һәм ХХ быуат башында илдәге тарихи ваҡиғалар үҫешенә тәрән йоғонто яһаған. Заман шаһиттары иһә түбәндәгеләрҙе һөйләп ҡалдырған: Зәйнулла ишандың уҡыусылары, артынан эйәреүселәр шул ҡәҙәр күп булған, уның вәғәзен тыңларға килгән халыҡ мәсеткә һыймағас, ишанға намаҙҙы мәсет ихатаһына йәки ауыл янындағы туғайға сығып уҡырға тура килгән. Зәйнулла ишан вәғәзендә лә, шәкерттәр менән алып барған дәрестәрендә лә баҫалҡылыҡҡа, ғәҙеллеккә, сабырлыҡҡа, фәҡирҙәргә, сирлеләргә, етемдәргә, ололарға ярҙамсыл булырға өндәгән. ...Зәйнулла Рәсүлевтең тәғлимәттәре, ул инанған ҡиммәттәр бөгөн дә көнүҙәк. Мәҫәлән, күптән түгел Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, күренекле башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтең (1833 – 1917) тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған “Шәйех Зәйнулла Рәсүлев һәм Евразия халыҡтарының суфыйсылыҡ мәҙәниәте” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы булды. Конференцияның ойоштороусылары – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Әбүғәлисина (Ибн Сина) фонды (Мәскәү). Ғилми форум барышында башҡорт халҡының хәҙерге суфыйсылыҡ традицияһында шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең рухи мираҫы, совет йылдары һәм унан һуңғы осорҙа Рәсәйҙә суфыйсылыҡ яҙмышы, башҡорт суфыйҙарының үҙ-ара бәйләнештәре, суфыйсылыҡ әҙәбиәте феномены, Рәсәйҙәге суфыйсылыҡтың перспективалары кеүек темалар тикшерелде. Ойоштороусылар билдәләүенсә, пленар һәм ике секция ултырышынан торған конференцияла 41 доклад тәҡдим ителгән. Конференция эшендә онлайн-бәйләнеш аша Өфөнән, Мәскәүҙән һәм Һамарҙан, Санкт-Петербургтан, Силәбенән һәм Дағстан Республикаһынан Ислам динен өйрәнеүселәр, тарихсылар, филологтар, философтар ҡатнашты. Шулай уҡ форум эшендә сит илдәрҙән – Азербайжан, Грузия, Иран, Татарстан һәм Төркиәнән дә сығыш яһаусылар булды. Конференцияла Өфө фән һәм технологиялар университеты менән Әбүғәлисина фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында меморандумға ҡул ҡуйылды. Ойошма 15 йылдан ашыу Рәсәйҙә Исламды өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәргә ғилми-методологик, финанс һәм ойоштороу яғынан ярҙам итеү менән шөғөлләнә. Шәйех Зәйнулла Рәсүлев (Зәйнулла ибн Хәбибулла әл-Рәсүли ән-Нәҡшбәнди; 1833 – 1917) – күренекле башҡорт дин белгесе, педагогы, мәғрифәтсеһе, Нәҡшбәндиә суфыйҙар тәриҡәтенең рухи остазы (шәйех). Учалы районының Шәрип ауылында тыуған: Ҡыуаҡандар нәҫеленән. Троицк ҡалаһында (Силәбе өлкәһе) 5-се йәмиғ мәсетенең имамы булған, уның ҡарамағында “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен ойошторған, уҡытыу программаһында традицион рухи белем биреү ысулдары менән яңы ағымдарҙы ла берләштергән, уның студенттары араһында башҡорт, ҡаҙаҡ һәм татар халҡы вәкилдәре генә түгел, Үҙәк Азия һәм Кавказ кешеләре лә булған. Зәйнулла ишан Рәсүлев хәйриә эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнгән, үҙ аҡсаһына дарыухана, китапхана, ҡунаҡ ҡабул итеү йортон тотҡан, башҡорт шағиры Аҡмуллаға, тарихсы Мораҙым Рәмзигә даими ярҙам күрһәткән, шул иҫәптән китап нәшерләү башланғыстарына ла булышлыҡ иткән. Фәнни-ғәмәли конференцияны ойоштороусыларҙың береһе, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов сараға ҡағылышлы түбәндәге фекерен белдерҙе: – Шәйех Зәйнулла Рәсүлевтең эшмәкәрлеге башҡорт халҡының ике быуат сигендә рухи йәһәттән аяҡҡа баҫыуы, Башҡортостан һәм Ҡаҙағстан милли интеллигенцияһының рухи үҫеше, Рәсәй халыҡтары араһында традицион ислам формалашыуы менән бәйле. Зәйнулла Рәсүлевтең эшен уның улы Ғабдрахман дауам иткән (1881 – 1951). Ул 1936 – 1951 йылдарҙа Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты (һуңынан СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты) мөфтөйө вазифаһын биләгән. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Ғабдрахман Рәсүлев Диниә назаратын дингә ҡаршы аяуһыҙ эҙәрлекләүҙәр осоронда етәкләгән һәм уны һаҡлап ҡалыу ғына түгел, хатта илдәге мәсеттәрҙең иҫәбен арттырыуға, мосолман китаптары сығарыуҙы яңыртыуға, мосолмандарҙың даими хажға йөрөүен ойоштороуға өлгәшкән. Уның етәкселегендә СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Диниә назаратының ойоштороу структуралары булдырыла, ул Советтар Союзының башҡа дини идаралыҡтарына, шул иҫәптән Урта Азия һәм Ҡаҙағстандың, Кавказ аръяғының диниә назараттарын ойоштороу өсөн дә өлгө булып тора. Мосолмандар, совет власы һәм секуляр йәмәғәтселек араһында үҙ-ара эшлекле хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалына. Ғабдрахман Рәсүлевтең дини вариҫтары Башҡортостанда һәм сиктәш төбәктәрҙә уҡытыу эшмәкәрлеген беҙҙең көндәргә тиклем алып бара. Рәсүлевтәрҙең уҡыусыһы, “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған Шакир Хыялетдинов (1890 – 1974) Рәсәй мосолмандарына 1974 йылға тиклем етәкселек итә. Шулай итеп, Рәсәйҙә традицион исламдың барлыҡҡа килеүе, уның һаҡланыуы Зәйнулла Рәсүлев һәм уның улы Ғабдрахмандың киң эшмәкәрлеге менән тығыҙ бәйле. Зәйнулла Рәсүлев һәм уның улы Ғабдрахман мираҫының бөтә аспекттары: көн һайын исламдың рухи ҡеүәтен дини һәм йәмәғәт практикаһында тормошҡа ашырыу, заман рухына ярашлы дини белем биреүҙе ойоштороу, хәйриәлек, күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғиәттә традицион исламдың урынын нығытыу, Рәсәйҙәге мосолмандарҙың патриотизмы бөгөн дә көнүҙәк булып ҡала, – тип билдәләй Искәндәр Рәсүл улы. Форум эшендә шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе, Өфө фән һәм технологиялар университеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев ҡатнашты. Ул түбәндәгеләрҙе билдәләне: – Исламдың урындағы дини-фәлсәфәүи ҡараштар менән ҡушылыуы башҡорт мосолмандарының үҙенсәлектәрен билдәләгән, шуға күрә башҡорттар араһында суфыйсылыҡ киң таралған. Унан тыш, башҡорт суфый-ишандары бер үк ваҡытта “указлы” ла булған. Башҡортостанда теге йәки был ишан тирәләй берләшеү иһә социаль хәлгә генә түгел, территориаль тәғәйенләнешкә ҡарап та тормошҡа ашырылған. Күп һанлы мөриттәре булған ишандар абруйлы дини дәрәжәгә эйә булған. Мөриттәр һәм уларҙың дини остаздары – ишандар араһында бик яҡын, ышаныслы мөнәсәбәттәр яйға һалынған, ул ғүмер буйы һаҡланып килгән. Ишанлыҡтың нәҫелдән-нәҫелгә күсәгилешлек үҙенсәлеге лә башҡорт мөхитендә сағылыш тапҡан. Иң сағыу өлгөләрҙең береһе – Зәйнулла Рәсүлев. Ул үҙенең күләмле дини-рухи һәм мәҙәни-ағартыу эшмәкәрлеге менән, һис шикһеҙ, исламға инанған мосолмандарға ғына түгел, ә мосолман интеллигенцияһының бик күп күренекле вәкилдәренә лә тәрән йоғонто яһаған. Әйткәндәй, заманында Зәйнулла Рәсүлевтең вафаты ла башҡа һыймаҫлыҡ сағыу ваҡиға булған, хатта Көнсығышты өйрәнгән академик В.В. Бартольд был хаҡта “Ваҡыт” журналында “Шәйех Зәйнулла Рәсүлев, 1833 – 1917” тигән махсус мәҡәлә яҙыуҙы кәрәкле тип тапҡан һәм яҙмала “Шәйех Зәйнулла Рәсүлев халҡының рухи короле булды” тип билдәләгән. Зәйнулла ишан Рәсүлев иҫән сағында күп уҡыусыларына иджаздар биргән, ә тәриҡәт серен улы Ғабдрахман Рәсүлевкә, шулай уҡ Мәсетле районынан шәйех Абдулла Бәҙретдин әл-Әлиғәзигә һәм Баймаҡтан Мөжәүир хәҙрәт әл-Боржәнигә тапшырған, – ти Нурислам Мирхәйҙәр улы. Билдәле тарихсы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы, тарих фәндәре кандидаты, тележурналист Салауат Хәмиҙуллин да сараның мөһимлеген билдәләй. – Зәйнулла Рәсүлев – билдәле шәхес. Әгәр XVIII быуаттағы башҡорт тарихының символы тип Салауат Юлаевты иҫәпләргә мөмкин булһа, XIX быуатта мәшһүр шәйех Зәйнулла Рәсүлевте шулай уҡ билдәләргә мөмкин. Ул Дағстанда һәм башҡа төбәктәрҙә лә бик абруйлы. Беҙ уның мираҫын әүҙемерәк, төплөрәк өйрәнергә, исемен танытырға тейешбеҙ. Мосолмандар араһында Зәйнулла Рәсүлев – бик билдәле шәхес, беҙҙең уны оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Силәбе өлкәһендә “Рәсүлев уҡыуҙары” үтә. Беҙҙә лә уның мираҫын өйрәнеү йолаһы тамыр йәйергә тейеш, – тип билдәләне Салауат Хәмиҙуллин. - Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
Арҙаҡлы милләттәшебеҙ, аҡыл эйәһе, теолог, мосолман донъяһы мәғрифәтсеһе, педагогы Зәйнулла ишан Рәсүлевтең тыуыуына быйыл 190 йыл тулды. Уның эшмәкәрлеге ХIХ – ХХ быуаттар сигендә Рәсәйҙең мосолман халыҡтарының рухи үҫешенә һәм ХХ быуат башында илдәге тарихи ваҡиғалар үҫешенә тәрән йоғонто яһаған. Заман шаһиттары иһә түбәндәгеләрҙе һөйләп ҡалдырған: Зәйнулла ишандың уҡыусылары, артынан эйәреүселәр шул ҡәҙәр күп булған, уның вәғәзен тыңларға килгән халыҡ мәсеткә һыймағас, ишанға намаҙҙы мәсет ихатаһына йәки ауыл янындағы туғайға сығып уҡырға тура килгән. Зәйнулла ишан вәғәзендә лә, шәкерттәр менән алып барған дәрестәрендә лә баҫалҡылыҡҡа, ғәҙеллеккә, сабырлыҡҡа, фәҡирҙәргә, сирлеләргә, етемдәргә, ололарға ярҙамсыл булырға өндәгән. ...Зәйнулла Рәсүлевтең тәғлимәттәре, ул инанған ҡиммәттәр бөгөн дә көнүҙәк. Мәҫәлән, күптән түгел Өфөлә, “Торатау” конгресс-холында, күренекле башҡорт дин һәм йәмәғәт эшмәкәре Зәйнулла Рәсүлевтең (1833 – 1917) тыуыуына 190 йыл тулыуға арналған “Шәйех Зә