Ҡайһы саҡта сәхнәлә башҡарылған йыр, күңелдәрҙе тетрәндереп, йөрәктәрҙе һағышландырып үтеп ингәндән һуң, уны кем ижад иткәнен белгәс, аптырап ҡалаһың. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән һәүәҫкәр композитор, шағир Борис Хәйретдиновтың һәр йырын тыңлаған тамашасы был һүҙҙәр менән килешер, моғайын. Ысынлап та, ябай моң эйәһенең күп яҡлы таланты һоҡланырлыҡ та шул! Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй, республика конкурстары һәм Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты, тарихсы, һәүәҫкәр композитор, шағир, сәсән, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзаһын Баймаҡ районында оҫта баянсы, тәжрибәле уҡытыусы, остаз, тыуған яҡты өйрәнеүсе булараҡ та яҡшы беләләр. Күп мәҙәни сараларҙа ул үҙенең баянында сығыш яһай, матур итеп йырлай ҙа. Борис Мөхәмәт улы ижад иткән йырҙарҙы Фәрүәз Урманшин, Резеда Әминева, Рәмил Туйсин, Әлфир Заманов һәм башҡа йырсылар яратып башҡара. Бигерәк тә уның “Ал мине лә”, “Ғүмер”, “Туған тел”, “Әсәйемә” тигән йырҙары бик күп популяр йырсыларҙың репертуарына ингән.