Һәр һабантуйҙың, һәр спорт сараһының йәме – ул көрәш. Ә уның менән шөғөлләнгәндәргә иһә ихтыяр көсө, физик көс кенә түгел, рухи йәһәттән ныҡлыҡ, бер нәмәгә ҡарамай, ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеү, ауырлыҡтар, һынауҙар алдында юғалып ҡалмау кеүек сифаттар хас. Былтыр Татарстанда үткәрелгән милли командалар араһында билбаулы көрәш буйынса донъя кубогына бәйгелә Әбйәлил районынан Ғаяз Шөғөров 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә чемпион булып танылғайны. Уның тренеры – Рәйес Хажмөхәмәт улы Әбделғәзин. Ә был сарала донъяның 25 иленән 150-нән ашыу спортсы үҙ көсөн һынағайны. Күптән түгел Ғаяз спорт һөйөүселәрҙе тағы һөйөндөрҙө: ул Әбйәлилдә үткән милли көрәш буйынса ярыштарҙа абсолют чемпион исемен яуланы. ...Барыһы ла ғаиләнән башлана. Айһылыу менән Зөлфәр Шөғөровтарҙың күп балалы татыу ғаиләһендә буй еткергән егет ата-әсәһе, туғандары кеүек тырыш, сәмсел, маҡсатлы. Ғаяздың ағаһы Өлфәт тә – көрәш буйынса Рәсәй чемпионы. Хәҙер ул – Әбйәлил районының Дәүләт урта мәктәбендә физкультура у