Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Яугирҙәргә ярҙам итәләр

Алаҡай ауылы клубы ҙур булмаһа ла, унан йылылыҡ, ҡот бөркөп тора. Төрлө сараларға, байрамдарға мәҙәниәт усағына йыйыла ауыл халҡы. Унда эшләп килгән “Гөрләүек” вокаль ансамблен дә ауылдаштар яратып ҡабул итә. Төркөмдә 10 кеше шөғөлләнә, араларында төрлө һөнәр эйәләре тупланған: табипты ла, уҡытыусыны ла, төҙөүсене лә, хаҡлы ялдағы әүҙем апайҙарҙы ла осратырға була. Йырлап-бейеп, төрлө кон­курстарҙа ҡатнашып ҡына ҡал­май улар. Хәҙер инде алтынсы йыл ҡышын сәскә орлоғо сәсеп, яҙын уларҙың үҫен­теләрен һатып, клуб өсөн аҡса ла эшләйҙәр. Ошо рәүеш­ле музыкаль үҙәк алғандар, камзул-күлдәктәр тектергән­дәр. Быйыл да төрлө сәскә үҫенте­ләрен “һә” тигәнсә алып бөт­кәндәр. Йәнә бер изге ғәмәл баш­ҡара ансамблдә шөғөл­ләнеү­селәр. Ауылдың башҡа әүҙем апайҙары менән бер­гәләп махсус хәрби операцияла ҡат­нашҡан егеттәргә ярҙам итәләр. Беҙ барғанда улар бишенсе маскировкалау селтәре үрә ине. Йөн иләп, ойоҡ­баштар бәйләп тә ҡышҡы һалҡындарҙа ярҙам иткәндәр. – Әлеге көндә балалар менән бер­лект

Алаҡай ауылы клубы ҙур булмаһа ла, унан йылылыҡ, ҡот бөркөп тора. Төрлө сараларға, байрамдарға мәҙәниәт усағына йыйыла ауыл халҡы. Унда эшләп килгән “Гөрләүек” вокаль ансамблен дә ауылдаштар яратып ҡабул итә. Төркөмдә 10 кеше шөғөлләнә, араларында төрлө һөнәр эйәләре тупланған: табипты ла, уҡытыусыны ла, төҙөүсене лә, хаҡлы ялдағы әүҙем апайҙарҙы ла осратырға була. Йырлап-бейеп, төрлө кон­курстарҙа ҡатнашып ҡына ҡал­май улар. Хәҙер инде алтынсы йыл ҡышын сәскә орлоғо сәсеп, яҙын уларҙың үҫен­теләрен һатып, клуб өсөн аҡса ла эшләйҙәр. Ошо рәүеш­ле музыкаль үҙәк алғандар, камзул-күлдәктәр тектергән­дәр. Быйыл да төрлө сәскә үҫенте­ләрен “һә” тигәнсә алып бөт­кәндәр. Йәнә бер изге ғәмәл баш­ҡара ансамблдә шөғөл­ләнеү­селәр. Ауылдың башҡа әүҙем апайҙары менән бер­гәләп махсус хәрби операцияла ҡат­нашҡан егеттәргә ярҙам итәләр. Беҙ барғанда улар бишенсе маскировкалау селтәре үрә ине. Йөн иләп, ойоҡ­баштар бәйләп тә ҡышҡы һалҡындарҙа ярҙам иткәндәр. – Әлеге көндә балалар менән бер­лектә май шәмдәре яһарға ниәтләнәбеҙ. Бының өсөн кәрәкле материал туплан­ған, – ти клуб мөдире Гөлнур Кәримова. Шулай уҡ ауылды Яңы йылға биҙәү кеүек конкурстарҙа ла ансамбль һәр саҡ эштең уртаһында ҡайнай. Резеда Шәңгәрәева