Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Баҡсаһынан нур бөркөлә

Һәр кешенең күңеленә ятҡан шөғөлө була. Ул бигерәк тә хаҡлы ялға сыҡҡас нығыраҡ асыла. Берәүҙәр – бәйләм, икенселәр – милли биҙәүестәр эшләү, өсөнсөләр сәскә үҫтереү менән мауығып китә. Ишембай районының Алаҡай ауылынан Гөлсинә Ильясова баҡса үҫтереүҙе үҙ иткән. Был йәһәттән уға тормош иптәше Раһип Тимербай улы ла ныҡлы ярҙам итә. Әйткәндәй, былтыр район кимәлендә баҡсасылар араһында уҙғарылған конкурста уңған ғаилә беренсе урынды алыуға өлгәшкән. Ильясовтар элек ҡалала йәшәһә лә, тыуған төйәк менән бәйләнеш өҙөлмәй. Һуңынан улар бөтөнләйгә Алаҡайҙа төпләнергә ҡарар итә. – Ауылда тыуып үҫкәс, ауылды яратабыҙ. Электән аҙна һайын ялға ҡайтып йөрөнөк. Атай-әсәй мәрхүм булғас, тыуған нигеҙҙе һыуытмайыҡ тип, бөтөнләйгә ҡалдыҡ һәм хәҙер инде 20 йыллап бындабыҙ. Ауыл балалары хеҙмәттә сынығып үҫә. Беҙҙең ғаиләлә күберәк ҡыҙҙар ине, шуға ирҙәр эшенән дә ҡурҡып торманыҡ. Бәләкәйҙән бесән саптыҡ, утын киҫеп, ярҙыҡ, баҡса үҫтерҙек, шуға күрә әле лә эшһеҙ тора алмайбыҙ, – тип һөйләне Гөл

Һәр кешенең күңеленә ятҡан шөғөлө була. Ул бигерәк тә хаҡлы ялға сыҡҡас нығыраҡ асыла. Берәүҙәр – бәйләм, икенселәр – милли биҙәүестәр эшләү, өсөнсөләр сәскә үҫтереү менән мауығып китә. Ишембай районының Алаҡай ауылынан Гөлсинә Ильясова баҡса үҫтереүҙе үҙ иткән. Был йәһәттән уға тормош иптәше Раһип Тимербай улы ла ныҡлы ярҙам итә. Әйткәндәй, былтыр район кимәлендә баҡсасылар араһында уҙғарылған конкурста уңған ғаилә беренсе урынды алыуға өлгәшкән. Ильясовтар элек ҡалала йәшәһә лә, тыуған төйәк менән бәйләнеш өҙөлмәй. Һуңынан улар бөтөнләйгә Алаҡайҙа төпләнергә ҡарар итә. – Ауылда тыуып үҫкәс, ауылды яратабыҙ. Электән аҙна һайын ялға ҡайтып йөрөнөк. Атай-әсәй мәрхүм булғас, тыуған нигеҙҙе һыуытмайыҡ тип, бөтөнләйгә ҡалдыҡ һәм хәҙер инде 20 йыллап бындабыҙ. Ауыл балалары хеҙмәттә сынығып үҫә. Беҙҙең ғаиләлә күберәк ҡыҙҙар ине, шуға ирҙәр эшенән дә ҡурҡып торманыҡ. Бәләкәйҙән бесән саптыҡ, утын киҫеп, ярҙыҡ, баҡса үҫтерҙек, шуға күрә әле лә эшһеҙ тора алмайбыҙ, – тип һөйләне Гөлсинә Зариф ҡыҙы. Май урталары булыуға ҡарамаҫтан, Ильясов­тарҙың теплицаларында борос-помидорҙары емешләнеп ултыра ине. Эште хужабикә февраль айынан уҡ башлаған. Тәүҙә өйҙә орлоҡ сәсеп үҫентеләрен үҫтергән. Көн йылытыу менән, апрель аҙаҡтарында уларҙы теплицаға сығарған. Помидорҙарын июнь аҙаҡтарында ашай ҙа башлайҙар икән. Уңған хужабикәнән баҡса үҫтереү серҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. – Ашлама өсөн һыйыр тиҙәген әсетеп ҡулланабыҙ. Мәҫәлән, ҡаҙанға бер биҙрә һыйыр тиҙәге һалам да тулғансы һыу өҫтәйем, бер стакан көл ҡушып бутайым. Шул ҡатнашма әсегәнсе ултыра. Бызырҙай башлағас, бер литр әсетмәне 10 литрлы бер биҙрә һыуҙа бутайым да түтәлдәргә һибәм. Үҫентеләр үҫкән ваҡытында ашламаны ҡулланам, емешләнә башлағас ҡына туҡтатам. Бөтә йәшелсәгә, сәскәләргә лә килешә. Ә помидор, кәбеҫтә, һарымһаҡты көл һибеп тә ашлайым. Көл артынан һыу һипһәң, тупраҡҡа һеңә. Бәрәңге ултыртҡанда ла ашлама ҡулланабыҙ. Сәскәндә янған тиреҫ менән бергә бер аҙ көл һалғанға күрә, ул йыл һайын уңа, – ти баҡсасы. Быйыл яҙғы ҡырау үҫентеләрҙе бер аҙ зарарлаһа ла, Ильясовтарҙың баҡсаһы матур ғына булып үҫеп килә. Еләктәре лә шау сәскәгә күмелеп ултыра. “Баҡса уңһын өсөн, әле йылы менән ямғыр кәрәк. Һәм, әлбиттә, ваҡытында утау фарыз”, – ти Гөлсинә апай. Баҡса хужабикәнең күңеленә көс бирә, унда эшләп ҡәнәғәтлек ала ул. Йыш ҡына иртәнге сәғәт 7-8-ҙәрҙә үк баҡсаһына сыға. Йәшелсә, еләк-емеш кенә түгел, күҙҙең яуын алып, сәскәләре лә күпереп, нур сәсеп ултыра ине. Төрлө төҫтәге петуниялар, тирә-яҡҡа йәм таратып, хужаларҙың егәрлелеге тураһында һөйләгән һымаҡ. Резеда Шәңгәрәева