Ишембай районының Скворчиха ауыл биләмәһенә Скворчиха, Кинйәкәй, Алаҡай, Юлдаш, Михайловка, Яңы Николаевка, Осиповка, Йәшелтау ауылдары һәм Слободка, Лесной, Торғаҫ утарҙары ҡарай. Уларҙың йәшәйеше, шатлыҡтары, пландары тураһында Скворчиха ауыл биләмәһе башлығы Сәлимә Герасименко менән әңгәмәләштек. – Сәлимә Алтынтимер ҡыҙы, ауылдарҙа көнкүреш шарттары нисек? Тормошто уңайлы итеү йәһәтенән ниндәй саралар күрелә? – Халыҡ өсөн иң элек социаль объекттарҙың булыуы мөһим. Был йәһәттән беҙҙең биләмәлә өс фельдшер-акушерлыҡ пункты, ике мәктәп, ике клуб һәм бер мәҙәниәт йорто, китапханалар, магазиндар бар. Беҙҙә төрлө милләт халҡы тупланған. Бер-береһенә ярҙам итеп, татыулыҡта йәшәүҙәре менән һоҡландыра улар. Ауылдарҙы төҙөкләндереүгә килгәндә, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһынан әүҙем файҙаланабыҙ. Мәҫәлән, үткән йылда Скворчиха ауылы конкурстан уңышлы үтеп, Үҙәк урамда һыу үткәргестәр ремонтланды, 880 метр оҙонлоғонда торбалар алмаштырылды. Быйыл да халыҡ ошо программала ҡатнашырға дәрт итте, был юлы Түбәнге һәм Үрге урамдарҙағы һыу селтәрҙәре торбаларын капиталь ремонтлау маҡсаты тора. 2021 йылда Кинйәкәй ауылында уның ярҙамында балалар спорт майҙансығы төҙөлдө. Майҙансыҡта заманса ҡорамалдар ҡулланылған, хәүефһеҙлек маҡсатында резина япма түшәлгән. Спорт зонаһында волейбол һәм баскетбол уйнау мөмкинлеге бар. Шуны ла билдәләү мөһим, беҙҙең ауыл биләмәһендә урынлашҡан “Привалов А.З.” крәҫтиән (фермер) хужалығы йыл һайын “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашҡан ауылдарға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Бынан тыш та уның терәк-таянысын тоябыҙ. Мәҫәлән, күптән түгел Кинйәкәйҙә янғын һүндереү машиналары өсөн бетон плитәләрҙән майҙансыҡ төҙөлдө. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу ҙа ауылдарҙа матурлыҡ, тәртип булдырыуға этәргес бирә. Быйыл Кинйәкәй ауылы халҡы, “Айыҡ ауыл” конкурсында муниципаль этапта еңеү яулап, республика кимәлендә ҡатнашты. Унан алда районда ошо уҡ ауыл икенсе урынға лайыҡ булғайны. Алаҡайҙарҙың да тырышлығын билдәләмәү мөмкин түгел. Быйыл районда “Яңы йыл биҙәлеше” конкурсында бәләкәй ауылдар араһында улар беренсе урынға сыҡты, үткән йылда өсөнсөлөккә эйә булғайнылар. – Һәр башланғысты әүҙем күтәреп алырҙай халыҡ булғанда, “Атайсал” проекты буйынса ла эштәр башҡарылалыр? – Ысынлап та, кешеләр үҙенең йәнтөйәгенә, киләсәк яҙмышына битараф түгел. Кинйәкәй ауылы халҡы был йәһәттән 13 проект буйынса эш алып барҙы. Тағы ла икәүһе башланыу өҫтөндә. Ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәргә Кинйәкәй мәҙәниәт йорто, китапхана менән берлектә стенд әҙерләп ҡуйҙыҡ. Алаҡай буйынса 15 проект башҡарылған, йәнә икәүһе эшләнеү өҫтөндә. Ауыл зыяраты төҙөкләндерелде, ундағы будканың түбәһе ябылды. Киләсәккә лә ниәттәр изге. Мәҫәлән, Алаҡайҙа ауылыбыҙҙан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 32 ветеран иҫтәлегенә ағастар ултыртып, Геройҙар аллеяһын булдырырға тигән уртаҡ маҡсатыбыҙ бар. Бөйөк Ватан һуғышы, махсус хәрби операция яугирҙәре, бөгөн Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт иткән егеттәр хөрмәтенә быйыл Еңеү көнө алдынан Скворчиха ауылындағы Геройҙар аллеяһына ҡарағай үҫентеләре ултырттыҡ. Был иҫтәлекле сарала махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан яугиребеҙҙең дә ҡатнашыуы айырыуса әһәмиәтле, иҫтәлекле булды. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәргә ярҙамығыҙ тураһында ла ишетеп беләбеҙ. – Эйе, был йәһәттән дә эш туҡталғаны юҡ. Ҡыш буйы һарыҡ йөнөн иләп-тетеп ойоҡбаштар бәйләнек. Был йәһәттән Скворчиха, Алаҡай, Кинйәкәй халҡы әүҙем ҡатнашты. Маскировка селтәрҙәрен бәйләргә оҫтарҙыҡ. Окопта ҡулланыр өсөн майшәмдәр эшләргә тотонорға торабыҙ. Халыҡ аҡса йыйып, күстәнәс, кәрәк-яраҡ алып, егеттәргә оҙаттыҡ. Күптән түгел махсус хәрби операция биләмәһенән ялға ҡайтҡан егеттәр менән осрашыу уҙғарҙыҡ. Сворчиха яугирҙәренә үҙҙәренең һорауы буйынса рациялар алып оҙаттыҡ. Кинйәкәй ауылы егетенә маскировка селтәрҙәре биреп ебәрҙек. – Эшегеҙҙә ниндәй йәмәғәт ойошмаларына таянаһығыҙ? – Беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар советы бик матур эшләй. Улар күберәк янғын хәүефһеҙлеге буйынса рейдтарға йөрөй, ауыр тормош хәленә тарыған ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙыуҙы ла күҙ уңында тота. Мохтаждарға таратыу өсөн “Әйберҙәр банкы” булдырылған. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы ағзалары ауылда ойошторолған төрлө сараларҙа, өмәләрҙә лә әүҙем ҡатнаша. Ағинәйҙәр ойошмаһы ла йәнле эшләй. Улар махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам ойоштороуҙа ҙур эш башҡарҙы. Шулай уҡ ауыл советы депутаттары ла – эшебеҙҙә ныҡлы таяныс. – Хәл итеүҙе талап иткән мәсьәләләр бармы? – Бер проблеманы хәл итеүгә, яңылары ҡалҡып тора. Уларҙы бөтөрөү, халыҡҡа яҡшы шарттар тыуҙырыу йүнәлешендә эшләү – беҙҙең төп маҡсат. Бөгөн Кинйәкәйҙә эсәр һыу мәсьәләһе киҫкен. Һыуҙы халыҡ өс километр йыраҡлыҡта урынлашҡан шишмәнән алырға мәжбүр. Скважина быраулау әлегә һөҙөмтә бирмәне, унда һыу булманы. Быйыл башҡа урында бырауларға тигән маҡсат ҡуйылды. – Ауылдарҙың киләсәге өмөтлөмө? Йәштәр тыуған ерҙә күп ҡаламы? – Йәштәр ҡала, әлбиттә. Был Скворчиха, Алаҡай, Кинйәкәй ауылдарында ныҡ тойола. Күпләп яңы йорттар һалыныуы ла үҫеш тураһында һөйләй. Ер биләмәләре алып, әлеге көндә төҙөлөш менән шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Яңы ҡалҡҡан матур йорттарға ҡарап, ауылдарҙың киләсәген өмөтлө, тип юрайбыҙ. Резеда Шәңгәрәева