Найти тему
Башҡортостан гәзите

Алаҡайҙар фельдшерҙан уңған

Ауылды унда йәшәгән һәләтле, тырыш кешеләре күтәрә. Ләйсән Һөйәрғолова тураһында “Алаҡай ауылы халҡының күҙ терәп торған кешеһе” тип әйтергә мөмкин. Әлеге көндә ул Алаҡай, Кинйәкәй һәм Верхотор ауылдарында фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдире булып эшләй. Уның ҡарамағында – 1200-ҙән ашыу кеше. 1998 йылда Алаҡайҙа хеҙмәт юлын башлаған һәм шул осорҙан һөнәренә тоғро Ләйсән Шамил ҡыҙы. – Бала саҡтан медицина өлкәһе оҡшаны. Һәр ваҡыт ошо һөнәр буйынса эшләргә хыялландым. Берәйһе бармағын йәрәхәтләһә, туғандарҙың арттарынан эйәреп йөрөп, яраларын бәйләй торғайным. Хатта эт- бесәйҙәргә тиклем дауалай инем. Шуға ла XI класты тамамлағас, һис икеләнмәй Салауат медицина колледжына барҙым, – тине бала саҡ хыялының нисек тормошҡа ашыуы хаҡында. Һөнәрен яратып һайлағанға ла эшен ярата Ләйсән Һөйәрғолова. Уға кешеләр менән аралашыу, кәңәштәр биреү оҡшай. Һаулыҡтарын нығытып, ярҙам итеп ебәреүҙән күңеленә кинәнес ала. – Эшем ҡабул итеү менән генә сикләнмәй, ауырыуҙар янына, хатта төндә икенсе ауылдарға барырға тура килә. Һәр береһенә ваҡытында ярҙам итергә тырышам. Эш еңелдән түгел. Ковид таралған ваҡытта көнөнә 16-шар сәғәт эшләнем, йоҡларға ғына өйгә ҡайта торғайным. Аллаға шөкөр, һәр пациентымды ваҡытында дауаханаға оҙатып, ярҙам күрһәттем, беҙҙә был сирҙән үлем осраҡтары булманы. Кәрәк икән, өйҙә дауаланым, кем дарыу алып ҡайта алмай, үҙем ҡайтарып бирҙем. Халыҡ та битараф ҡалманы, үҙәк район дауаханаһының ярҙамын да тойҙом. Шулай итеп, ул ауыр осорҙо күмәк тырышлыҡ менән үткәрҙек. Был йәһәттән етәкселәремә лә, халыҡҡа ла рәхмәт, – ти ул. Ауылдарҙа ФАП-тар эшләүе халыҡҡа бик кәрәк. Унда шарттар яҡшырыуы ла эшкә уңай. Мәҫәлән, Верхотор ауылында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты булдырылған. Башҡа ФАП-тарҙың да торошон яҡшыртып, матурлап торалар. Ләйсән Шамил ҡыҙы – фельдшер ғына түгел, күп балалы әсәй ҙә. Өлкән ҡыҙы Башҡортостан дәүләт аграр университетының һуңғы курсында уҡый, ул буласаҡ ветеринар. Уртансы ҡыҙы – XI, улы VII класты тамамлай. Шулай уҡ ауыл тормошонда ла ҡатнашырға өлгөрә ул. 2015 йылдан бирле клубта эшләп килгән “Гөрләүек” ансамблендә шөғөлләнә, бейергә лә ярата. Мәктәп йылдарынан үҙ иткән был шөғөлөн әле лә ташламай. Ләйсән Шамил ҡыҙы – ауылдағы территориаль йәмәғәт үҙидараһы етәксеһенең, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесенең урынбаҫары, ауыл советы депутаты ла. Ауылдаштарына кәрәкле булып, йәнтөйәгенең матур киләсәге өсөн янып йәшәй Алаҡай фельдшеры. Резеда Шәңгәрәева