Беҙҙең арала һау-сәләмәт кенә түгел, мөмкинлектәре сикләнгән балалар ҙа үҫеп килә, белем ала. Мәҫәлән, Стәрлетамаҡта насар ишеткән балалар коррекцион мәктәп-интернатта махсус белем ала, үҙ тиҫтерҙәре менән аралашып йәшәй. Күптән түгел генә унда капиталь ремонт яһалды, яңы йыһаз һатып алынды, ғөмүмән, мәктәпкә ҙур ярҙам күрһәтелә. Белем усағында төрлө райондан килгән балалар ҙа уҡый. Ошо көндәрҙә коррекцион мәктәпкә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы депутаты, “УралСтройГрупп” компанияһы генераль директоры Ратмир Фәхриев бүләктәр менән килде. – Заманса һәм матур биҙәлгән, иң алдынғы технологиялы ҡорамалдар менән йыһазландырылған мәктәптә уҡыйһығыҙ икән, балалар. Һеҙгә ныҡлы белем алып, теләктәрегеҙгә өлгәшергә яҙһын, – тине Ратмир Камил улы уҡыусылар менән аралашҡанда. Быйыл Башҡортостанда “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы” иғлан ителде. Ошо проектҡа ярашлы, Ратмир Камил улы коррекцион мәктәптәге өҫтәмә класс өсөн роутер, ламинатор һәм кәнсә тауарҙарын тапшырҙы. Шулай уҡ мәктәп директоры Александр Бацулин ҡунаҡтар өсөн экскурсия ойошторҙо, ремонттан һуң асылған яңы кабинеттарҙы күрһәтте, балаларҙың шөғөлдәре һәм еңеүҙәре менән таныштырҙы. Бизнестың шулай социаль өлкә менән ҡыҙыҡһынып, ярҙам итеп тороуы дөйөм үҫешкә ҙур йоғонто яһай. - Эльдар ФӘТТӘХОВ Стәрлетамаҡ ҡалаһы