Бөгөн ауылдарҙа балта оҫталары ҡалдымы? Ошо хаҡта бошонҡораҡ һүҙ йөрөткән заманда, ҡалаларҙа ла бар ундай оҫталар, тип ныҡлы әйтә алам. Бар, әлбиттә, ынйы бөртөгөнә тиң кәсепселәр, оҫталар – үҙҙәренең йәшәйеше, хеҙмәте менән күңелдәргә осҡон ҡундырған халыҡ таланттары. Һүҙем ауылдашым, бөгөн Ульяновскиҙа ҡала тормошона үҙенсә матурлыҡ өҫтәп йәшәгән Миңлебулат ағай Әбдрәхимов хаҡында. Төп һөнәре ағас эшенә бәйле булмаһа ла, ғүмерен ошо кәсепкә арнаған уҙаман ул. “Ҡулыңа ҡәләм алырҙан элек һин үҙеңә “Һоҡлана беләһеңме?”, “Иларға һәләтең бармы?” кеүегерәк һорауҙар бирергә тейешһең. Ниндәйҙер күренештәргә йәки хәл-ваҡиғаларға таң ҡалмайһың икән, уларға ҡарата вайымһыҙ икәнһең, был хаҡта яҙмауың яҡшы”, – тип яҙғайны ҡәләм оҫтаһы Марсель ағай Ҡотлоғәлләмов. Хаҡ һүҙҙәр. Килешәм. Интернет киңлектәрен байҡағанда (унһыҙ ҙа булмай шул) бихисап яңылыҡтар, кешеләр, ваҡиғаларҙы уңлы-һуллы һелтәп барғанда ҡайһыларында туҡталып таң ҡалған саҡтар бар. Шундайҙарҙың береһе – сит тарафтарҙа йәшәгән ауылдашым. Миңлебулат ағай ауылдашым булһа ла, уның тураһында ишетә генә беләм, сөнки беҙ үҫеп еткәнсе ул өйләнеп, һайлаған һөнәре буйынса бүтән төбәктә йәшәй, эшләй ине. Һирәкләп отпускыға ҡайтҡылап йөрөгәнендә беҙ Өфө ҡыҙҙары инек. Шулай ҙа уның тураһында ауылдаштарҙың бик хөрмәтләп һөйләгәндәрен тыңлағаным булды. Ауылдашым менән интернет аша булһа ла әңгәмә ҡорҙоҡ. – Ғәмһеҙ бала сағым Тәүәкәндә, йәмле Күнйәп йылғаһы буйында үтте. Тиңдәштәрем менән көн буйы балыҡ тотоп, һыу инеп, кискә ҡәҙәр өйгә ҡайтмайбыҙ. Беҙ сыр-сыу килеп һыуҙа кинәнәбеҙ, ә өлкәнерәк ағайҙар аттарын һыу индерә ине. Күнйәп йылғаһының ағымы шул тиклем көслө була торғайны шул заманда, хатта беҙҙең кеүек ыбыр-сыбыр малайҙарҙы аяҡтан йыға ине. Йылғаның үрге ағымында быуа, һыу тирмәне лә булды. Түбәндәрәк, баҡса һуғарыр өсөн тағы бер быуа быуғайнылар. Был тәңгәлдә колхоздың шәп емеш-еләк баҡсаһы бар ине. Айырыуса ҡара ҡарағат ныҡ уңа торғайны, – тип башланы әңгәмәне ауылдашым. Йәштән үҙен физик яҡтан көслө итеп тәрбиәләргә тырышҡан үҫмер Күмертау педагогия училищеһында физик тәрбиә буйынса белем алырға юллана. Уҡыуын Омск ҡалаһының физкультура институтында камиллаштыра. Әрме сафында хеҙмәт итә. – Мин балта оҫталары нәҫеленән, – тип дауам итте һүҙен Миңлебулат Миңлехан улы. – Атайымдың атаһы Миңлеғәле Абдрахман улы Әбдрәхимов һуғышҡа китер алдынан ағастан сынъяһау итеп артлы ултырғыс яһап ҡалдырған булған. Иҫтәлеккә булһын тигәндер инде. Беҙ уны ҡомартҡы итеп ҡәҙерләп һаҡланыҡ. Бала саҡта шул ултырғысҡа ҡарап иҫем китеп, ябай ҡулдар менән нисек ошондай матурлыҡ тыуҙырып була икән, тип һоҡланып торғаным хәтеремдә. Их, ҡартатайым кеүек мин дә ошондай оҫта булһам икән, тип хыялландым. Шул ваҡытта уҡ бала күңеленә урынлашып ҡалғандыр инде ошо хыял орлоғо. Атайымдың әсәһе – Шәһиҙә ҡәрсәйем бик дини кеше булды. Бағымсылыҡ, күрәҙәселек һәләте лә бар ине уның. Яҡын-тирәләге кешеләр ҡәрсәйемә дауаланырға йөрөнө, ҡулының шифаһы бик күптәрҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Шулай бер көн ул туғандар алдында: “Миңлебулат улым үҫкәс, алтын ҡуллы оҫта булыр әле”, – тине. Ҡәрсәйемдең был һүҙҙәре мине ҡанатландырҙы ла, аптырашта ла ҡалдырҙы. Ир ҡорона яңы ингән 17 йәшлек егеттең иләҫ-миләҫ күңелендә хыял ғына булған ниәтенә нығынырға булышлыҡ итте уның һүҙҙәре. Атаһы Миңлехандың да ҡулынан балта төшмәй. Йорттар һала. Һәр эште урын-еренә еткермәйенсә, эшләп бөтөрмәйенсә туҡтамай. Уға эйәреп йөрөп, Миңлебулат яйлап балта, башҡа ҡорамал менән эш итергә өйрәнә. Ағас менән эш итеү Миңлебулатты шул тиклем үҙенә ылыҡтыра, ҡайҙа ғына йөрөһә лә, оҫталарҙың эшен күҙәтә, улар менән аралаша. Яйлап геометрик һырҙар эшләргә өйрәнә, артабан ҡатмарлыраҡ шөғөлгә – йөҙ-һындар һырларға өйрәнә. Һөнәрен камиллаштырыу йәһәтенән, тимерлектә лә тимер сүкеп, биҙәктәр яһап ҡарай. Тәүге эштәре һауыт-һаба була: семәрле сүместәр, ижау, ағас мискәләр. Оҫталыҡ серҙәренә ныҡлы төшөнгәс, Миңлебулат ағай яйлап күләмле объекттар – парк скульптуралары яһауға күсә. Был кәсебендә иң төп ярҙамсыһы –хәләл ефете Фәриғә апай (әйткәндәй, Фәриғә апайҙың атаһы Ғимаҙетдин Ҡараҙбаев та билдәле балта оҫтаһы булды). Икәүләп төрлө фестиваль, конкурстарҙа ҡатнаша башлайҙар. Уларҙың эштәрен, уңыштарын тәүге баһалаусылары – балалары Роза менән Фират. Бөгөн Миңлебулат Миңлехан улы – ағас, боҙ, ҡар скульптуралары буйынса уҙғарылған бихисап өлкә, төбәк-ара, Рәсәй, халыҡ-ара фестиваль-конкурстар призеры һәм еңеүсеһе. Мәскәү, Ульяновск, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларында шәхси күргәҙмәләре ойошторола. Шулай уҡ Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыуының 450 йыллығын билдәләгәндә Өфөлә лә күргәҙмәлә ҡатнаша. Миңлебулат ағай ситтә йәшәһә лә, тыуған яғы тураһында уйланыуҙар уға ят түгел. Күңелендә бик тә матур хыял йөрөтә ул. Тәүге Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың йәнтөйәге – тыуған ауылы Тәүәкәндә “Урал батыр” халыҡ-ара фестиваль-конкурсы ойошторорға хыяллана. Ауыл янында Мортаза Рәхимов исемендәге парк булдырып, фестивалдә ҡатнашҡан ағас һындар, композицияларҙы шунда урынлаштырып ҡалдырырға һәм паркка ылыҫлы ағастар ултыртыуҙы ойошторорға ниәтләнә. Был ҡоро һүҙ генә түгел, сөнки Миңлебулат ағайҙың, ағас һырлауҙан тыш, тағы бер матур шөғөлө бар. Ул төрлө ағас, ҡыуаҡ үҫентеләрен дә үрсетә. Төрлө төбәктәргә фестиваль-конкурстарға йөрөгәндә, ағас-ҡыуаҡ үҫентеләрен алып барып, парктарға ултыртып ҡайта. Балтасылыҡ кәсебе уға атай яғынан бирелһә, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүгә һөйөү әсәһе Ғәфүрә Ғәлимйән ҡыҙынан килә. Өләсәһе Сәрбиямал Сиражетдин ҡыҙы һәм олатаһы Ғәлимйән Шәһәровтарҙан бирелгән ул һөйөү. Заманында олатаһы Ғәлимйән “Ҡыҙыл юл” колхозында агроном булған. Бөгөн Миңлебулат Миңлехан улы Себер ҡарағайы үҫентеләрен үрсетеү өҫтөндә эшләй. Шул үҫентеләрҙе алып ҡайтып, Мортаза Рәхимов исемендәге паркка күпләп ултыртырға хыяллана. Яҡташтары был изге ниәтте күтәреп алыр, хуплар, тигән ышаныста ул. Башҡортостанда Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылында был башланғыс бик урынлы, тип уйлайым. Һөнәре менән туған халҡын бүтән тарафтарҙа данлап йөрөгән ауылдашыма: “Афарин! Хыялдарығыҙ тормошҡа ашһын!” тиергә ҡала. - Сәлимә БАЙГИЛДИНА-ҒАФАРОВА Хәйбулла районы