Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Руслан ҡыҙын ҡулына алды

Борай районында ошо көндәрҙә күңелле ваҡиға булған. Руслан Мәүлиев тигән яугир беренсе тапҡыр ҡыҙын ҡулына алыу бәхетенә өлгәшкән. Баҡһаң, ир үҙ районынан тәүгеләрҙән булып өлөшләтә мобилизация буйынса махсус хәрби операцияға китә. Уны ауырлы ҡатыны Эльвина оҙатып ҡала. Ир киткәс, ҡыҙы Мелисса тыуа. Ошо көндәрҙә хәрби ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан, һәм уны был юлы ҡатыны ғына түгел, ҡыҙы ла көтөп алған. Был ваҡиға тураһында социаль селтәрҙә район хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев яҙған. “Бер нисә ай үткәс, Руслан ҡыҙын ҡулына алып, ҡосаҡлай алды. Был ҡыуаныслы ваҡиға менән Мәүлиевтәр ғаиләһен ихлас ҡотлайбыҙ! Ҡыҙҙары һау, бәхетле һәм һөйөлөп үҫһен. Ата-әсәһенә иһә көс, сабырлыҡ, именлек, ҡыҙҙарын тәрбиәләүҙә шатлыҡ һәм бәхет теләйбеҙ. Иң мөһиме – Русланға һәм уның менән бергә ҡорал тотоп тыныс тормошобоҙҙо һаҡлаған егеттәргә тиҙерәк иҫән-һау килеш ғаиләләре янына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ”, – тип яҙған ул. Атайлы, әсәйле булып үҫ, Мелисса! Фото: "Бәйләнештә".