Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ҡәҙерленән-ҡәҙерле хат

Борғослап, төрлө илдәрҙән яңғыраған тауыштарҙы, тапшырыуҙарҙы тыңлау мөмкинлеге биргән транзисторҙарҙың сыға башлауына быйыл 75 йыл тула икән. Шуны иҫкә төшөрөп, ян-яғыңа иғтибар менән ҡараһаң, бөтөнләй икенсе заманда йәшәгәнеңде аңлайһың. Улар сәскән орлоҡтар Беҙ – ҡорос перолы ручка менән ҡара һауытына “былт” итеп манып алып, яҙырға өйрәнгән быуын. Ҡараһы күберәк эләкһә, һауытының ситенә тейҙереп алаһың. Һәр нәмә ҡәҙерле: дәфтәрең дә, ҡараң да, ручкаң да, яҙғаның да. Ҡайһы бер олораҡ кешеләрҙең һаман ручка тотоп яҙғанын, компьютер, интернет менән дуҫ түгеллеген дә беләм. Заманға яраҡлашҡандары күберәк, әлбиттә. Быйылғы йыл уҡытыусы һәм остаздарға, тәрбиәселәргә арнал­ған. Остаз – беҙҙең телдә һирәк ҡулланылған, йышыраҡ матур әҙәбиәттә файҙаланылған һүҙ. Был шөғөл һәр ике яҡҡа ла яуаплылыҡ өҫтәй. Остаз тигәс тә, ул илаһи зат түгел, шулай ҙа һәр йәһәттән үрнәк булырға бурыслы, ә өй­рән­сек, “мин бит шуның уҡыусы­һы, исе­ме­нә тап төшөрмәҫкә тейешмен”, ти. Остаз йәлләмәй сәскән орлоҡтар­ҙың таштай ҡаты ергә төшөүе лә мөмкин. Шунан остазды ошо исем менән бары уҡыусыһы ғына атай ала. Был һәр кемгә лә тәтемәй. Бына мин үҙ юлымда осраған яҙыусы, тәржемәсе, мөхәррир милләттәшемде ошо ҙур исем менән хөрмәтләр инем. Бик йыраҡ ҡалған замандарҙа уның бүлмә­һенә инеп, ҡалын ғына ҡулъяҙма­лар бәйләмен өҫтәлгә һалғас, ул бер һүҙ әйтмәй, ауыр итеп көрһөнөп ҡуйғайны. “Мөхәррир иптәш, уҡыһағыҙ, уҡымаһағыҙ ҙа, баҫһағыҙ йә баҫмаһағыҙ ҙа, мин яҙырмын инде ул. Ошо хикәйәләр араһынан береһе генә оҡшаһа ла, ҡанат­ланып ҡайтып китәсәкмен, ә ике әҫәрем дә оҡшаһа, пар ҡанат булыр иңемдә”. Был һүҙҙәр ҡысҡырып әйтелмәне, бары башымда ғына төрлө уйҙар ҡайнашты. Һин ярты ғүмереңде әллә ҡайҙа ер ситендә, Төньяҡ Боҙло океанға сиктәш йәшәһәң дә, башҡорт телендә яҙылған әҫәр Башҡорт­останда баҫылмай, ҡайҙа баҫылыр­ға тейеш? Был эш майлағандай барһа, яҙмаларҙың оҙон юл үтеп, төрлө кәртәләрҙе емереп, уҡыусы­һына барып етеүе, яҙылыу түгел, баҫылыу яҙмышы ул тиклем иҫтәлекле булмаҫ та ине. Ошо ҡаршылыҡтарҙы еңеү ғәләмәте әһәмиәтле. Бирешеп ҡалмау, артабан эшләү – ошо бит инде оҫталыҡ мәктәбе. Әлеге юлда аҡыл өйрәткән, тиргәп тә, дәртләндереп тә торған оло ағайҙарыбыҙға быйыл улар сәскән орлоҡтарҙың ташҡа төш­мәгә­нен әйтеп китергә сәбәп бар. Әҫәреңде тәнҡитләгән кешегә рәхмәт кенә яуҙырырға кәрәк, сөнки ул “был әле һинең бейеклек түгел, үҫәһең бар, оҫталыҡтың сиге юҡ” ти. Ә маҡтауға һаҡ ҡараш, сөнки маҡтау һин етерлек кимәлгә кү­тәрел­гәнһең, артабан һинән әллә нимә көтөп булмаҫ, тигән һымаҡ. Кеше бит әүрәүле зат, уның, ысынлап та, мин юғарыла икән, тип башҡаларға аҡыл да өйрәтә башлауы ихтимал. Беҙҙең заманда кешеләр бер-береһенә хаттар яҙҙы. Уйлап ҡараһаң, улар бала саҡтың бер мөғжизәһе ине. Хат яҙып, конвер­тыңды почта йәшнигенә төшөргәс, осоп тигәндәй йөрөйһөң. Хатың ҡошсоҡтай елпенеп әллә ҡайҙарға йүнәлә һәм көндәрҙән бер көн адресатына барып етеп, ул кешегә шатлыҡ алып килер. Абзыйым нефть ятҡылыҡтары эҙләп ҡаҙаҡ далаларына эшкә китте. Аҙаҡ хеҙмәткә алынғас, ғаиләлә яңы ғына яҙырға өйрәнгән булһам да, уға хаттарҙы мин яҙҙым. Ололар көноҙоно эштә, колхоздан арып ҡайталар ҙа өйҙәге мәшәҡәткә тотоналар, уларҙа хат ҡайғыһы юҡ. Ә яуап килеү – ниндәй байрам! Хәҙерге тормош был шатлыҡтан мәхрүм. Алдыңа дәфтәр һалып, уйҙарыңды йыйып ултырыу ҙа, бәлки, шул хаттарҙан башланған ғәҙәттер. Артабан ебәргән хаттар тәүге­ләренән айырылып торҙо. Улар “Һаумыһығыҙ, мөхәррир иптәш!” тип башланып, ҡулъяҙмаларыңды туплап, редакцияларға хат яуҙы­рыу­ға әйләнде, был тамсының ташты тишеүенә таман булғандыр. Белмәйем, хәҙер мөхәррирҙәр авторҙарына яуап яҙамы икән? Ә беҙҙең заманда яҙалар ине. Шулай ҙа бәхетле булғанбыҙ, редакцияға ебәрелгән хикәйәләреңде тикшереп, һиңә хат ебәрһендәр әле. Хәҙерге йәштәр бындай бәхеттән дә мәхрүм, шуға күрә күҙ ҡараһы кеүек һаҡлаған бер хаттың йөкмәт­кеһен уртаҡлашам. Башлап яҙыу­сы­лар ҙа үҙҙәренә кәрәклеһен алыр, тип ышанам. Уртаҡлашыу – һәр кемгә өлөш сығарыу ул, бынан ғына һиңә тәғәйене кәмеп китмәй. Был хатты миңә кем яҙғанын әйтмәйерәк торайым. Кем булды икән был, тип баш ватыбыраҡ уҡыһағыҙ, мауыҡтырғысыраҡ та булыр. Мөхәррир хаты “Хикәйәләреңде уҡып сыҡтым, ниһайәт. Бөтәһен дә бер-бер артлы уҡығанғамылыр, ярайһы уҡ ауыр тәьҫир ҡалдырҙы, дөрө­ҫөн әйткән­дә. Шәхсән мин үҙем дә “ура, бөтәһе лә яҡшы” тигән принципты ҡабул итмәйем, тормоштоң ҡара яғын күберәк күрәм һәм яҙам. Әммә, әйткә­немсә, һинең бар яҙмаларыңдың да шул рухтараҡ барыуы һағайт­ты... Тормошта яҡшылыҡ, яҡты­лыҡ, һәйбәт кешеләр ҙә бар бит. Өмөт, ышаныс бар. Шул ынтылыш, өмөт йәшәтә әҙәм балаһын. Кем әйтмешләй, аҡ-ҡаранан, ҡара-аҡтан ғибәрәт тормош фәлсәфә­һе. Был фекерем шәхес булараҡ үҙеңә түгел, яҙыусы булараҡ художестволы алым, яҙыу манера­һына ҡағыла, тормошто шул төҫтә, шул ракурста күреүеңдер, бәлки. Был –− бер. Икенсенән, мин әҫәрҙәге бар ваҡиғаны ла мотлаҡ хронологик тәртиптә “теҙеү” яҡлы түгел, сөнки һәр әҫәрҙең күренеп торған тышҡы сюжетынан тыш, эске сюжеты ла була, әммә хикәйәләрҙәге хәл-ваҡиғалар барыбер буталсыҡ, уларҙа “тәр­тип” юҡ. Бер ваҡиғанан, бер “йәш”тән икенсе ваҡиғаға, икенсе “йәш”кә күсеү йыш һәм улар, нигеҙҙә, аҡланмай, ҡыҫҡа-ҡыҫҡа өлөштәр, главалар, бүлеүҙәр аптырата. Проза, ҙурҙан ҡупҡанда, ентекле тасуирлауҙы, бер бөтөн картина тыуҙырыуҙы талап итә, һиндә ана шул тасуирлау самалы, һин “обозначаешь и уходишь”, русса әйткәндә. Шуға ла ямау-ялғауҙан ҡоролған тойғо ҡала хикәйәләрҙән. Өсөнсөнән, ситкә тайпылыу­ҙар күп. Хикәйә шунда уҡ башла­нырға тейеш, унда инеш һүҙгә, һөйкәлмә йә параллель һыҙат­тарға, сигенеүҙәргә урын юҡ, булған хәлдә лә бик аҙ, йәки ғәҙәттән тыш осраҡтарҙа ғына күҙәтелә. Повеста улар бар, кәрәк, унда иркенләп һүрәтләргә мөмкин, ә хикәйәлә булмай. Чехов, Шукшин, үҙебеҙҙә Солтангәрәев, Ғиниәтуллиндың хикәйәләрен алайыҡ, мәҫәлән. Нигеҙҙә, шулай бит. Дүртенсенән, үткән менән бөгөнгөнө “ҡушырға”, ошо ике ваҡыт арауығына күпер һалырға тырыш, юҡһа, үткән бала саҡ хәтирәләре күберәк, шунлыҡтан дисбаланс килеп сыға, симметрия боҙола. Үткәндәр бөгөнгөгә нигеҙ булып хеҙмәт итһен, йәғни бөгөнгө ваҡиғалар үткәндәрҙән үҫеп сыҡһын. Ғөмүмән, ретроспектив алым хикәйәгә бик ҡулай түгел. Хикәйә ваҡиғаһы бөгөн, әле бара, үткәндәр тураһында һөйләһәң дә, бөгөнгө һымаҡ бәйән итергә кәрәк. Яҙыусының оҫта­лығы шунда. Үҙ-үҙеңдән көлөү, ирония, ситтән ҡарап тороп һүрәтләү алымдарыңды һәйбәт тип табам. Һиндә лирик герой менән үҙең – автор араһында дистанция юҡ фиғелендә. Миңә ҡалһа, был – шулай уҡ һәйбәт күренеш һәм һинең манераң үҙенсәлеге тап шундалыр ҙа, бәлки. Әҙер фекерҙе сығармау, уҡыусыға сәйнәп ҡап­тырмау ҙа яҡшы. Ә былай ваҡиға­ларҙы таба беләһең, деталдәрҙе уйнатыу ҙа бар. Башҡаһы килер, хәйер, килгәне килгән инде, өйрәтәһе түгел. Яҙ. Әлегә “Әлпе юғалған йыл”ды бирәбеҙ. Ҡалғанын артабан ҡарарбыҙ. Уңыштар теләп, Әмир Әминев”. Хаттың тетелеп бөткәнен, янымда ғына йөрөгәнен өҫтәйем. Бик кәрәкле хазина булды ул минең өсөн. Алдым артҡа әйләнмәне, шулай ҙа кәрәкле күперҙәр һалынды, терһәк терәр яндауырҙар барлыҡҡа килде. “Ағиҙел” журналының 100 йыл­лы­ғы билдәләнгән көндәрҙә, уның теҙгенен тотоп, ҡасандыр ошондай шәхестәр тороуы, минең кеүектәргә генә түгел, ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәте өсөн ныҡлы терәү булғандыр. - Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА