Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Йәшеллектән һәйкәл ҡойған

– Ҡайҙа килдек беҙ, әсәй?! – тип ултырып илай улы Илшат, ҡала үҙәгенән Сипайлово биҫтәһенә күскәс. Тегендә, Зорге урамында йәшәгән ерҙәре М. Ғафури исемендәге паркка терәлеп кенә тора ине. Урман эсендә ултырған кеүек. Иртән ҡоштар һайрауына уянып китә торғайнылар. Ә бында ҡом да ҡом. Бер ағас әҫәре юҡ. Әсәһе, Фәүзиә Хәмитова, килә­сәктә үҙҙәре йәшәйәсәк урынды йәшеллеккә күмергә ниәт итә. Иң беренсе булып подъездары алдына ике төп тирәк ултырта. Хәҙер улар ҡолас етмәҫлек – туғыҙ ҡатлы йорттарынан да бейегерәк булып үҫкән. Ҡариҙел йылғаһы буйынан тал да бында төйәк таба. Уныһы ла тармаҡланып, йыуан, мөһабәт ағасҡа әйләнгән. Фәүзиә Зиннәт ҡыҙы үҙе, ултыртҡан ағастарға ҡарап, ҡыҙыҡ ҡына һығымта ла яһап ҡуя. Башта бик үҫеп китә алмай улар. Машина тәгәрмәстәренең шиндары менән уратып алғас, тегеләр дәррәү баш ҡалҡыталар. Баҡһаң, улар ерҙәге дымды һаҡлап тотоп, ағасты ҡоротмай, үҫергә ярҙам итә икән. Сәскә ата торған ҡыуаҡлыҡтар ҙа булһын өсөн Фәүзиә ханым ауылдан туғыҙ төп сирень, биш муйыл, ике пирамидаль тирәк, ике ҡайын килтереп ултырта. Һәр ваҡыт йәшеллек булһын тип, Бөрйән районынан ике шыршыны күсереп алып килә. Тағы береһен Өфөнән һатып ала. Ә миләштәрҙе, беләһегеҙме, нисек үҫтерә? 15-ләп төп миләш ағасын күргән күрше-тирә: “Уның үҫентеһен ҡайҙан алаһығыҙ ул? Беҙгә лә әйтегеҙ әле?” – тип һорай. Ә сере ябай ғына. Көҙгөһөн миләштәрҙе тәгәрмәс эсендәге тупраҡҡа төртөп ҡуйһа, яҙғыһын үҫентеһе шытып та сыға. Ә һеҙҙең сәтләүектән имән үҫтереп ҡарағанығыҙ бармы? Фәүзиә Хәмитова йәшәгән йорт эргәһендәге имән Бөрйән районынан килтерелгән сәтләүектән үҫкән тип уйламаҫһың да, 15 йыл эсендә урмандағы ҡәрҙәштәренән бер ҙә ҡалышмай, матур булып ултыра. Сәскәләрҙең дә ниндәйе генә юҡ: нәркәс, ләлә, ромашка, лаванда, лилиә, вербена, пион, ирис, мальвина, ынйы сәскәһе... Үҫентеләрҙе ултыртыу менән генә эш бөтмәй бит әле, уларҙы ҡарарға, тәрбиәләргә, һыу һибергә лә кәрәк. Фәүзиә ханым, мартта ҡар ярмаланыу менән ағас төптәренә ҡар һалып, тапап сыға. Ҡара ергә аяҡ баҫҡас, тыуған яғы – Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол ауылынан кипкән ат тиҙәге алып килеп, шуны ебетеп, ағас төптәренә һибә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан ҡара тупраҡ килтереүҙәрен һорай. Улары килтергәс, тағы ағас, сәскә төптәренә ташып һалып сыға. Уңған, тынғыһыҙ Фәүзиә Зиннәт ҡыҙы тыуған ауылында ла баҡса үҫтерә, ял һайын ҡайтып тәрбиәләп килә. Алмағас, груша, ҡарағат, ҡурай еләге кеүек емеш ағастары­нан тыш, картуф, сөгөлдөр, кишер, һуған, һарымһаҡ, төрлө йәшел тәмләткестәре ишелеп уңа. Бәрхәт, яран гөлдәре, астра, ирис, пиондары күҙҙең яуын алып сәскә ата. Бигерәк тә гортензияһы һоҡ­ландыра. Бына шулай ауылда ғына түгел, үҙе йәшәгән Өфө ҡалаһында Ҡариҙел яры буйында ҡом өҫтөндә ултырған Сипайлово биҫтәһен дә йәшеллеккә күмгән Фәүзиә ханым. Улы Илшат, иҫән булһа, ҡыуаныр ине. Үкенескә ҡаршы, ғүмере йәш­ләй өҙөлдө. М. Ғафури исемендәге парк кеүек үк булмаһа ла, йорттары йәшеллек эсендә ултыра. Фәүзиә Хәмитова, “Башҡорт­остан” гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡты. Редакцияла ла бөтә бүлмәләрҙәге гөлдәрҙе тәрбиәләп, йыл да тупраҡтарын алмаштырып, күсереп ултырта ине. Бер ваҡытта ла “был минең эшем түгел” тип ҡараманы. Уның өсөн бөтә ерҙә лә тәртип, таҙалыҡ һәм матурлыҡ мөһим булды. Үҙе йәшәгән тирә-яҡты гөл-сәскәгә, йәшеллеккә күмеп йәшәү­селәр барында донъябыҙ ҙа матур була бит. Сипайлово биҫтәһендә 30 йыл йәшәү осоронда бер үҙе генә 50 төпкә яҡын ағас ултыртҡан Фәүзиә Зиннәт ҡыҙына һоҡланмау мөмкин түгел. Ер йөҙөндә йәшел­лектән мәңгелек һәйкәл ҡойған ханым, ҡулдарынан һөйөнөп, үҙе ултыртҡан ағастары кеүек оҙон-оҙаҡ, һау-сәләмәт йәшәһен, тип теләйбеҙ. - Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА