“Алты меңдән ашыу саҡрым юл артта ҡалды. Ике “КамАЗ”ға шыплап тейәлгән гуманитар ярҙам тәғәйен урынға барып етте. Яҡташ яугирҙәрҙе күреү өсөн алғы һыҙыҡҡа тиклем индек. Егеттәр сәләм еткерҙе һәм рәхмәт һүҙҙәре әйтеп ҡалды...” Ошолай тип бәйән итте Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов. Ҡала етәксеһе коллегалары менән Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларында, Запорожье һәм Херсон өлкәләрендә командировкала булды. Рөстәм Фәрит улы шулай уҡ яҡташтар һораған әйберҙәрҙең барыһының да алып барылғанлығы һәм шулай уҡ уларҙың яҡындарынан да күстәнәстәр, кәрәк-яраҡ, хаттар ҡулдарына тотторолғанлығы тураһында хәбәр итте. Был хәбәр һалдаттарҙың яҡындары өсөн, әлбиттә, бик тә мөһим һәм күңелдәрен тынысландыра. Яугирҙәребеҙгә тепловизорҙар, квадрокоптерҙар, яғыулыҡ менән эшләй торған бысҡы, дарыу-витаминдар, аҙыҡ-түлек, һыу өсөн ҙур һауыттар, эш ҡоралдары, хатта ике “УАЗ” автомобиле һәм башҡа кәрәк-яраҡ алып барылған. Был кәрәкле әйберҙәр хаҡында, әйткәндәй, яҡташтарыбыҙ ялға ҡайтҡ