Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ниһайәт, нигеҙле булдылар

Стәрлетамаҡтың 10 ғаиләһенә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сертификаттар тапшырылды. Был “Рәсәй Федерацияһы граждандарын уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙә граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” маҡсатлы программаһына ярашлы тормош­ҡа ашырылды. Шатлыҡлы ваҡиға менән ғаиләләрҙе ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Ғәзизов ҡотланы. – Мин барыһын да сертификат­тарығыҙ менән ихлас ҡотлайым. Ул торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам булыр йәки торлаҡ кредитын тулыһынса ҡапларға мөмкин­лек бирер, тип ышанам, – тине Рөстәм Фәрит улы. Сертификат буйынса ҡаралған социаль түләүҙе фатир һатып алыуға, йорт төҙөүгә, торлаҡ кредиты алғанда тәүге иғәнәне түләү өсөн, бурыстың төп суммаһын түләү һәм йәш ғаиләләргә социаль түләүҙәр биреү ҡағиҙәләренә ярашлы ҡулланырға мөмкин. Мәҫәлән, күп балалы Юлиә менән Руслан Хажиевтар дәүләт ярҙа­мын ҙур йорт төҙөүгә йүнәлтергә уйлай. – Был сертификатҡа беҙ 2011 йылда уҡ сиратҡа баҫҡайныҡ. Ниһайәт, өсөнсө улыбыҙ тыуғас, сират килеп етте. Үҙем фитнес-клубта тренер булып эшләйем. Ғөмүмән, беҙ – спорт яратҡан ғаилә, улдарыбыҙ Данил менән Максим да көрәш, футбол менән шөғөлләнә. Беҙ бик шатбыҙ, яңы тормошҡа яңы һулыш алғандай, ҙур йортта балалар, туғандар менән бергә гөр килеп, бәхетле йәшәргә яҙһын, – тип ҡы­уа­ныстарын уртаҡлашты ғаилә башлығы. Стәрлетамаҡ ҡала хакимиә­тенең торлаҡ сәйәсәте буйынса бүлеге етәксеһе Илгиз Хәйбуллин, сертификатты тормошҡа ашыр­ғанға тиклем торлаҡты иҫәпкә алыу һәм рәсмиләштереү бүлеге белгестәре ғаиләләргә ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарына яуап бирәсәк, тип билдәләне. - Гөлкәй ҠЫУАТОВА Стәрлетамаҡ ҡалаһы