Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса булдырылған “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының республика бүлексәһе асылыуы тураһында социаль селтәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләне. Дәүләт фонды аныҡ төбәктә махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләһенә ярҙам итәсәк. Комплекста ярҙамдың бөтә төрө лә бар – медицина, психологик, социаль, шулай уҡ эшкә урынлашыуҙа ярҙам һәм хәрбиҙәрҙе яңынан уҡытыу, уларҙы тыныс тормошҡа адаптациялау. – Республикала хәрбиҙәргә һәм уларҙың туғандарына шәхси ярҙам күрһәтеү өсөн 40 социаль координатор әҙерләнек, йыл аҙағына тиклем уларҙың һаны 180-гә етәсәк. Улар - хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр. Координаторҙар махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләре проблемаһын яҡшы аңлай һәм уларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Улар республиканың һәр ҡала һәм районында эшләйәсәк, – тине Радий Хәбиров. Республика етәксеһе һөйләүенсә, әлеге ваҡытта Башҡортостандың меңәрләгән аҫыл улдары Ватаныбыҙҙы алғы һыҙыҡта яҡлай, улар – ирекле подразделениелар, Росгвардия хәрбиҙәре, контрактсылар, мобилизацияланғандар. – Уларҙың һәр береһен тере һәм иҫән-һау килеш еңеү менән көтәбеҙ. Уларҙың туғандары һәм яҡындары мохтажлыҡ кисермәһен өсөн барыһын да эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы. Өфөлә фондтың филиалы Минһажев урамы, 107 адресы буынса урынлашҡан һәм ялдарһыҙ эшләй. Фото: "Республика Башкортостан".