Уҡытыусылар менән осрашыуға һәр саҡ ашҡынып барам. Элек мәктәптә эшләгән өсөн генә түгел, әлбиттә. Педагогтар менән аралашҡанда үҙемде ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап табам, бынан тыш уларҙың яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәгән, матурлыҡты күрә белергә өндәгән, уҡымышлылыҡты данлаған сығыштарын тыңлау – үҙе бер шатлыҡ. Күптән түгел күңелдәргә кинәнес биргән шундай йыйылыштарҙың береһендә ҡатнашыу бәхете тәтене. Учалы районында йөҙгә яҡын кешенең йыйылыуы конференцияның юғары кимәле тураһында һөйләй. Улар араһында ғалимдар, тел белгестәре, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, аспиранттар, китап авторҙары, методистар һәм башҡалар бар ине. Учалылар ихлас ҡаршыланы Комсомольск ауылында “Күп мәҙәниәтле белем биреү шарттарында туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнеүҙә төбәк тәжрибәһе” тигән темаға Бөтә Рәсәй (халыҡ-ара вәкилдәр ҡатнашлығында) фәнни-ғәмәли конференция ойошторолдо. Сара республикабыҙҙа иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына, Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының 90 йыллығына арналды. Иртә булыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт йортонда халыҡ байтаҡ ине. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы Комсомольск дөйөм урта белем биреү мәктәбенең ҡурайсылар ансамбле һәм ауыл ағинәйҙәре йыр-көй, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Байрамса биҙәлгән фойела оҫталар күргәҙмә ойошторған. Мәҫәлән, Гөлсинә Фазлыева күҙ нурҙарын түгеп эшләгән үҙенсәлекле беләҙек, һырға, муйынсаҡ, тиҫбе кеүек әйберҙәрен алып килгән. Шулай уҡ Нуриҙә Йоносованың түшелдерек, футболка һәм башҡа кейем өлгөләре менән таныштылар. Был ханым биҙәүестәр эшләү менән дә шөғөлләнә. Зиннәтулла Оморғолов иһә ситән үреү серҙәренә өйрәтте. Талдан эшләнгән кәрзин, ҡаҙ, өйрәк, күркә, тауыҡ кеүек ҡош-ҡорт өсөн ояларҙың үрелеше лә ифрат үҙенсәлекле. Бөтәбеҙ ҙә әсә теленең һағында торабыҙ Уҡытыусылар конференцияһы Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары менән асылды. Учалы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Шәғәлина сараның үҙҙәрендә – нәҡ Учалыла үтеүенә ҡыуанысын йәшермәне, уның мөһимлегенә айырыуса баҫым яһаны. Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының фән һәм инновациялы эштәр буйынса проректоры Юлай Аҡсулпанов үҙе эшләгән белем биреү учреждениеһы тураһында һөйләне, туған телебеҙҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән бер нисә кешегә бүләктәр тапшырҙы. – Беҙ бөтәбеҙ ҙә әсә теленең һағында торабыҙ, уны һаҡлау һәм артабан үҫтереү йәһәтенән күп уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырабыҙ, – тине Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт теле һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Эльвира Рәхимова. – Туған телен белгән халыҡтың ғына киләсәге бар, телебеҙҙе ҡурсалайыҡ, уның киләсәген бөгөндән хәстәрләйек. Эльвира Фидаил ҡыҙы Ҡобағош, Мәхмүт сәсәндәр, Талха Ғиниәтуллин ише арҙаҡлы шәхестәрҙең Учалы районы ғорурлығы булыуын билдәләне. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, көнсығыш һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина әйтеүенсә, тормош алға бара, донъяға сығыу өсөн яңыса фекерләү булырға тейеш. Балаларыбыҙ башҡорт телен тәрән һәм төплө өйрәнһен, рус телендә лә фекерен матур итеп аңлатып бирә алһын, шул уҡ ваҡытта сит телдәрҙе лә белһен. – Райондарға юлланып, ошондай осрашыуҙар ойоштороу һәр йәһәттән дә отошло, – тине Гөлфирә Риф ҡыҙы. – Уҡытыусыларға бында үҙҙәренең фекерен еткереү мөмкинлеге ныҡ ҙур, сиселмәҫтәй тойолған мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү майҙансығы ла ул. Беҙ һеҙҙең өсөн һәр саҡ асыҡ. Бер ҡорға йыйылыу эштәрҙе алға ебәреү өсөн бигерәк тә файҙалы. Республикала 13 тел өйрәнелә Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы начальнигы Илдус Ҡаһарманов республикабыҙҙа 13 тел өйрәнелеүе, алты телдә уҡытыу алып барылыуы, туған телебеҙҙе һаҡлауға йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы Гранты булдырылыуы, дәүләт программаларының ғәмәлдә булыуы, полилингваль мәктәптәрҙең асылыуы, Шайморатов кластарының эшләүе хаҡында тәфсирләп һөйләне. Удмурт Мәғарифты үҫтереү институтының филология һәм туған телдәр буйынса белем биреү кафедраһы мөдире, филология фәндәре кандидаты Андрей Клементьевтың “Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ!” тип саф башҡортсалап сәләмләүен барыһы ла дәррәү алҡышланы. Андрей Александрович үҙҙәренең республикаһындағы мәғариф яңылыҡтары менән таныштырҙы, туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһимлеген билдәләне. Башҡортостанда ғүмер иткән удмурт балаларын туған телдә уҡытыуҙарына шатланыуын йәшермәне. Башҡортостан Фәндәр академияһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының баш ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре докторы Луиза Сәмситова билдәләүенсә, пленар һәм секция ултырыштарында белем биреү ойошмаларында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу, өҫтәмә белем биреү мәсьәләләре, күп мәҙәниәтле шарттарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ойоштороу, полилингваль шәхес формалаштырыу кеүек мәсьәләләрҙең ҡаралыуы бар яҡлап та отошло. Луиза Хәмзә ҡыҙы бөтә изге ғәмәлдәрҙең нигеҙенә уҡытыусының тос хеҙмәте һалыныуын телгә алды. Ғалимә ауыл мәктәбенә үҙенең ғилми хеҙмәттәрен бүләк итте. Уҡытыусы образы хаҡында һөйләшеү Төштән һуң барыһы ла Комсомольск ауылы мәктәбенә ашыҡты. Унда алты секция эшләне. “Билингваль һәм полилингваль шарттарҙа милли телдәр һәм әҙәбиәттәр. Мәктәптә туған телдәрҙе һәм әҙәбиәттәрҙе өйрәнгәндә лингокрайҙы өйрәнеү”, “Төрлө кимәлдә белем биреү учреждениеларында туған телдәрҙе уҡытыу методикаһы”, “Әҙәбиәттә һәм сәнғәттә уҡытыусы образы. Минең беренсе уҡытыусым һәм остазым” һәм “Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә патриотик тәрбиә” тигән секциялар ойошторолдо. Унда уҡытыусыларҙың тәрән йөкмәткеле сығыштары тыңланды. Комсомольск мәктәбе директоры Гөлшат Вилданова белем усағының тормошо менән таныштырҙы. 2022/23 уҡыу йылында бында бөтәһе 161 бала белем ала, шул иҫәптән Туңғатар ауылындағы 2-се корпуста башланғыс класс балалары айырым уҡый. Уларға Ҡорама, Ҡарт Муйнаҡ, Иҫке Балбыҡ, Ялсығол, Поляковка, Вознесенка һәм Мулдаҡай ауылдарынан ҡыҙ һәм малайҙар йөрөп уҡыған. Ике мәктәп автобусы бүленгән. Иҫке Байрамғол ауылы мәктәбе филиалдары һанала. Туған телебеҙгә һөйөү уятыуҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының өлөшө ҙур. Һөйләшеүгә видеобәйләнеш аша Һамар өлкәһенән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Роза Харасова килеп ҡушылды. Уҡытыусылар конференцияһы ауыл мәктәбе уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән күңелле концерт менән тамамланды. Унда яңғыраған ҡурай моңдары, дәртле заманса һәм халыҡ йырҙары, бейеүҙәр һәр кемдең күңеленә хуш килде. Учалы районында булып та ундағы иҫтәлекле урындарға сәфәр ҡылмаһаң, яҙыҡ булыр ине. Сараны ойоштороусылар уны ла күҙ уңынан ысҡындырмаған. Изге Әүлиә шишмәһен барып күрҙе педагогтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл уның һыуы сыҡмаған. Быны ҡыш ҡарҙың аҙ булыуы менән аңлата белгестәр. Уның ҡарауы, халыҡтың күплеге хайран итте. “Беҙ килгәндә, бәлки, шишмәнән һыу урғылыр”, – тинеләр. Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә бит. Әүештауға күтәрелеп, уҡытыусылар унан көс-ғәйрәт алғандыр, тип ышанғы килә. - Илдар АҠЪЮЛОВ