Найти тему
Башҡортостан гәзите

Әҙип һүҙенә ихтыяж бар

Республикабыҙҙағы күп яҙыусыларҙың яҙмышы “Башҡортостан” гәзите менән бәйле. Төбәк Яҙыусылар союзы рәйесе, “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтов та хеҙмәт юлын республиканың төп баҫмаһында башлаған. “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһенең бөгөнгө әһәмиәте тураһында уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ. – Айгиз Ғиззәт улы, “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрмин­кәһе беренсе тапҡыр уҙҙы, ә ошондай шәп тәҡдим нисек барлыҡҡа килде? – Билдәле булыуынса, Баш­ҡортостан Башлығы Радий Хәби­ров февралдә мине, Яҙыусылар союзы рәйесе булараҡ, ҡабул итте. Был осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла бар ине. Бик ихлас аралашыу булды. Унда йәмғиәттә яҙыусының мәртәбәһен күтәреү, милли әҙәбиә­тебеҙҙе киңерәк даирәлә танытыу, яҙыусыларҙың ижадын күберәк халыҡҡа еткереү, бөгөн уҡыусы­ларҙы – йәш быуынды ла, ололар­ҙы ла уҡыуға нығыраҡ ылыҡты­рыуҙың мөһимлеге тураһында һүҙ барҙы. Осрашыу барышында Яҙыусылар союзы Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге ҙур сара – “Китап байрамы”н үткәрергә ине тигән тәҡдим яһаны. Радий Фәрит улы уны шунда уҡ оҡшатты, һәм әҙерлек эштәре башланды, Указға ҡул ҡуйылды. Хәҙер ошо сара йыл һайын уҙасаҡ. Шуныһы мөһим: был – Өфөнөң ғорурлығына әйләнгән Шайморатов һәйкәле янында әҙәбиәткә, рухиәткә арналған ҙур әһәмиәтле беренсе мәҙәни сара. Ошо урында һалдат­тарҙы ла яуға оҙаталар һәм ҡаршы алалар, илһөйәрлек саралары ла үтә. – Сараның төп үҙенсәлеге нимәлә? – Бығаса халыҡ-ара китап йәрминкәләре Рәсәйҙә ике генә ҡалала үткәрелә ине – Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта. Ошондай уҡты Астанала, Баҡыла күргәнем бар. Хәҙер китапты ҙурлаған сара Башҡортостанда ла үтәсәк. Бының өсөн республика Башлығына рәхмәт, сөнки был ҙур эште үҙебеҙ генә йырып сыға алмаҫ инек. Ойоштороу эштәрен Мәҙәниәт министрлығы алып барҙы, бурысҡа бик етди ҡаранылар, төбәк Башлығы ла сараға әҙерлекте иғтибар үҙәгендә тота. Был инде беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. – Бөгөн яҙыусыларға һөнәри нигеҙҙә эшләү өсөн шарттар тыуҙырырға мөмкинме? – Әле ижадсылар күңел ҡушыуы буйынса әҫәрҙәр яҙа, башҡа шарттар тыуҙырыуҙы ил кимәлендә хәл итергә кәрәк. Башҡортостан Рес­пуб­ликаһы хәленән килгәндең барыһын да эшләй, әлбиттә. Ғөмүмән, республика Башлығы Яҙыусылар союзына ҙур иғтибар бүлә: матди-техник база яңыртыла, Коммунистик урамындағы тарихи бинабыҙҙы ремонтлау тураһында ҡарар сыҡты, әле эш башланып тора. Башҡортостандың Яҙыусылар союзы киләһе йылда 90 йыллығын билдәләйәсәк. Был йәһәттән Хөкүмәттә һөйләшеү булды, Указ нигеҙендә уны ҙурлап уҙғарыу планлаштырыла. Ошо көндәрҙә Башҡортостанда сәнғәт, әҙәбиәт өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына ҡағылышлы Башлыҡ Указы сыҡты. Уға ярашлы, хәҙер Салауат Юлаев премияһы йыл һайын тапшырыласаҡ, элек уның күләме 500 мең һум булһа, хәҙер бер миллион һум итеп билдәләнде. Өс кешегә биреләсәк. Был да, әлбиттә, дәүләт тарафынан әҙәбиә­тебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә, сәнғәте­беҙгә ҙур иғтибар өлгөһө. Яңыраҡ Рәсәй Яҙыусылар союзы рәйесе Николай Иванов менән һөйләшкәйнек. Ул Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендәге яҙыусылар ойош­мала­рының тормошо менән яҡшы таныш. Николай Иванов Башҡорт­останда әҙәбиәт өсөн эшләнгән саралар тураһында иҫе китеп тыңланы ла: “Һоҡланғыс, һеҙҙең Башлыҡ алдында баш эйәм”, – тине. Ысынлап та, һәр төбәктә лә ижадсылар өсөн ундай мөмкин­лектәр тыуҙырылмай. – Аңлауыбыҙса, “Китап байрамы”ның төп маҡсаты – яҙыусының абруйын арттырыу, китаптарға иғтибар биреү. Әммә был сараны байрам тип кенә ҡарау дөрөҫ түгелдер, уның даирәһе бик киң... – Эйе, сараның маҡсаты әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Был байрамда бик күп төбәктәрҙән нәшриәттәр ҡатнашты. Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан республикаларынан, илебеҙҙең төрлө өлкәләренән килделәр. Улар менән килешеүҙәр төҙөлдө, киләсәктә беҙҙең әҫәр­ҙәрҙе тәржемә итеп үҙҙәрендә баҫтырасаҡтар. Миҫал итеп кенә әйтәм, әле Беларусь нәшриәте һәм ундағы Яҙыусылар союзы ойошмаһы менән бик етди килешеүҙәр төҙөлдө. Киләсәктә Минск ҡалаһында сара үткәрергә күҙаллайбыҙ, унда башҡорт яҙыусылары ла ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Беларусь Республикаһы яҙыусыларының беҙгә килеүе көтөлә. Башҡорт әҙәбиәте белорус телендә донъя күрәсәк һәм уларҙыҡы беҙҙең телдә нәшер ителәсәк. Башҡа республикалар менән дә ошондай саралар үткәреү ҡарала. Беҙ беренсе сиратта милли әҙәбиәтебеҙҙе киңерәк даирәгә сығарыуға булышлыҡ итәсәкбеҙ. Бына миңә башҡа республика­ларҙың яҙыусылар союзы етәк­селәре: “Башҡортостанда бик үҙенсәлекле сара уйлап сығарғанһығыҙ. Үкенесле, беҙҙең башҡа был фекер алдараҡ килмәгән”, – ти. Совет заманында СССР китапты иң уҡыған ил булған. Был фестиваль-китап йәрминкәһенән һуң, “Башҡортостан – китапты иң күп уҡыған төбәк” тигән даны таралыр, тип ышанабыҙ. Китап байрамы төрлө төбәк­тәрҙәге нәшриәттәрҙә ҙур иғтибар тыуҙырҙы, Яҙыусылар союзына ла, Мәҙәниәт министрлығына ла: “Унда нисек ҡатнашырға?” – тип шылтыратып ҡыҙыҡһындылар. Йәрминкә итеп уҙғарғас, уның сауҙа әһәмиәте лә ҙур. Беҙҙең яҙыусылар бик яҡшы китаптар сығара, баҫтыра, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың барыһы ла уҡыусыға барып етмәй. Ҙур яҙыусының да уны таратыу, һатыу, халыҡҡа еткереү һәләте юҡ. Ә йәрминкә китаптарҙың халыҡҡа барып етеүенә булышлыҡ итәсәк. Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтер инем: һәр төбәктең дә ошондай “Китап байрамы”н үткәреү мөмкин­леге юҡ. Китап байрамы яҙыусы­ларға дәрт өҫтәй. Тимәк, улар кәрәк, уларҙың һүҙен көтәләр, дәүләт кимәлендә иғтибар бар. Байрамдың йәнә бер ҙур әһә­миәте – яҙыусылар дәртләнеп ижад итә башлар һәм милли әҙәбиә­тебеҙҙе байытыр, тип ышанам. Беҙҙең әҙәбиәт буш урындан килеп тыумаған, уның боронғо, меңәр йыллыҡ тарихы бар, һәм ижади һәләте булған яҙыусылар үҙенең иле, халҡы, ере алдында яуаплылыҡ тойоп эшләй, ижад итә, әҫәрҙәре тарихта ҡала. Бөгөн дә ижадсыларыбыҙ етерлек. Киләһе быуын беҙҙең халыҡ, милләт, республика тураһында нәҡ улар ижады өлгөһөндә фекер йөрөтәсәк. Шуға ла яҙыусыларға иң ҙур теләк – әҫәрҙәр яҙһындар, уҡыусыһы табыласаҡ. Дәүләт иһә үҙ йәһәте­нән ярҙам итергә әҙер. “Китап байрамы”нда бөтәһе 206 китап нәшриәте һәм китап сауҙаһы ойошмаһы ҡатнашты, улар Рәсәй­ҙең 16 төбәгенән һәм алты илдән килгән. Әҙәбиәт күргәҙмә-һатыуҙы Дағстан, Удмурт, Сыуаш, Мордва, Татарстан республикаларының милли нәшриәттәре ойошторҙо. Йәрминкәлә 52 мең дананан ашыу баҫма һатылды. Мәҙәниәт министрлығы белде­ре­үенсә, китап йәрминкәһенә бөтәһе 162 549 кеше килгән. Рәсәй кимәлендә билдәле яҙыусылар, артистар сығыш яһаны. Сарала “Балаға китап бүләк ит!” хәйриә акциялары ойошторолдо. Йыйылған китаптар балалар йорттарына, дауаханаларға, хоспис­тарға бүләк ителәсәк. “Китаптың яңы тормошо” акцияһы сиктәрендә баҫмалар район китапханаларына һәм мәктәптәренә тапшырыласаҡ. Китап йәрминкәһе ваҡытында Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы Өфө хосписы менән берлектә “Өфө хосписының йорт китапханаһы” китап кәштәһен ҡуйҙы. “Китап байрамы”н асыу сара­һында республикаға өсөнсө хәлиф — Усмандың ҡаны менән һу­ғарылған Изге Ҡөрьәндең иң боронғо ҡулъяҙмаһы булған Усман Ҡөрьәненең күсермәһен тапшырыу мөһим ваҡиға булды. Был уникаль китап ҡомартҡыһы XX быуат башында Өфөлә һаҡлана, 1923 йылда Төркөстан Республикаһы үтенесе буйынса Ташкентҡа күсе­релә. 100 йылдан һуң Ҡөрьәндең күсермәһе республика Башлығы ярҙамында Башҡортостанға ҡайт­ты һәм республика Милли музейына ваҡытлыса һаҡлауға тапшырылды. Ғөмүмән, “Китап байрамы” маҡсатына өлгәште, киләсәктә лә был традиция дауам ителер, тип ышанабыҙ. – Айгиз Ғиззәт улы, әңгәмә өсөн рәхмәт! - Рәмилә МУСИНА