Былтыр октябрь айында Балтас районынан махсус хәрби операцияға саҡырылған Салауат Фәтхиев райондаштары менән бергә Пенза ҡалаһындағы хәрби полигонда әҙерлек үтте. Алғы һыҙыҡта Ватанды һаҡлаған ике бала атаһы, взвод командиры урынбаҫарының апрель айында тыуған яғына ялға ҡайтыуын көтөп алдыҡ. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың иһә Хөкүмәт ултырышында бер төркөм хәрбиҙәрҙе, шул иҫәптән яҡташыбыҙҙы ла Почет грамотаһы менән бүләкләп, уларға ябай булмаған хеҙмәттәре һәм батырлыҡтары өсөн рәхмәт әйтеүе иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға булды. Уның менән осрашып, яҡындан танышыу форсаты тейҙе. – Салауат Рәйес улы, үҙегеҙ тураһында һөйләгеҙ әле. – Штәнде ауылында тыуып үҫтем. Әсәйем Светлана Владимировна Фәтхиева (Шакирова) – Советтар Союзы Геройы Өлмәс Шакировтың ейәнсәре. Өйләнгәнмен, тормош иптәшем Кристина Револьевна менән ике бала үҫтерәбеҙ. Ҡыҙыбыҙ Ләйлә – ике, улыбыҙ Морат ете йәштә. Хәрби хеҙмәтте Силәбе өлкәһендәге Хәрби һауа көстәре ғәскәрҙәрендә үттем. Нефтекама ҡалаһындағы нефть колледжында һөнәри белем алдым, скважиналарҙы капиталь ремонтлау мастеры булып эшләнем. – Ялан шарттарында ҡулға утлы ҡорал тотоп Ватан һағына баҫҡан ир-егеткә, хәрби сынығыу алыуҙан тыш, ниндәй әҙерлек талап ителә? – Иң мөһиме – Тыуған илеңә, тыуған төйәгеңә ҡарата һөйөү тойғоһо. Минең взводта 30 кеше ине. Үкенескә ҡаршы, бөгөн 26 яугир ҡалды. Беҙ бик берҙәмбеҙ, бер кемде лә ҡыйырһыттырмайбыҙ. Арабыҙҙа милләт, дин айырыу юҡ, бер ғаилә балалары кеүек татыу һәм дуҫбыҙ. Яу яланында барыһынан да элек түҙемлек, сабырлыҡ кәрәк. Физик сынығыу ҙа, аҡыл да, зирәклек тә, өлгөрлөк тә, мәктәптә алған белем дә, тормош тәжрибәһе лә – һәммәһе лә мөһим. – Бөгөн үҙҙәре намыҫ ҡушыуы буйынса хәрби батальондарға яҙылырға тәүәккәлләгән ир-егеттәргә ниндәй теләктәрегеҙ бар? – Тәүәккәллек ҡайһы саҡ аҡылдан да юғары. Икеләнергә ярамай, беҙ барыһына ла егеттәрҙе өйрәтәбеҙ, күнектерәбеҙ. Ватаныбыҙ берәү генә. Уны һаҡлау, иртәгәһе тыныс тормош өсөн яуаплыбыҙ. Илһөйәрлек – ҡаныбыҙҙа, аҡылыбыҙҙа, йөрәгебеҙҙә. – Һуғыш кәрәк-ярағы, көнкүреш әйберҙәре менән тәьмин итеү нисек ойошторолған? – Барыһы ла бар, барыһы ла етә. Тик беҙҙең взводҡа бер машина кәрәк. Взводыбыҙҙа Балтастан – дүрт, Тәтешленән өс ир-егет бар. Ике район етәкселеге бергәләп ярҙам итер, тип ышанам. Әлегә тиклем күрһәтелгән ҙур ярҙам өсөн етәкселеккә, райондаштарыбыҙға, битараф булмаған барлыҡ яҡташтарыбыҙға ҙур рәхмәт. – Тормошта алған ниндәйҙер тәжрибәгә таянып, “бына ошо осраҡтағы кисереш ауырлыҡты еңергә булышлыҡ итте”, тип әйтә алаһығыҙмы? – Беләһегеҙме, алғы һыҙыҡта рядовой ҙа, офицер ҙа – барыһы ла тигеҙ шарттарҙа. Ауырлыҡтарҙы еңеү өсөн, әйтеүемсә, иң тәүҙә түҙемлек кәрәк. Һәр эштең рәтен белеү, һөнәрҙәр һәм шөғөлдәргә эйә булыу, хатта иҙән йыуыу, картуф таҙартыу, ҡаҙаҡ ҡағыу, утын киҫеү, ярыу һәм башҡа эштәрҙе башҡарыу мөһим. Мәктәп йылдарында үҙләштергән белем дә, тормош һынауҙары ла – барыһы ла үҙ урыны менән кәрәк була. – Республика Башлығы Радий Фәрит улының ҡулынан дәүләт бүләге алыуығыҙ менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ, ныҡлыҡ теләйбеҙ. Ғаиләгеҙ, яҡындарығыҙ, ауылдаштарығыҙ янына оло Еңеү менән тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы көтәбеҙ. Фәрештәләр ҡанаты аҫтында булығыҙ барығыҙ ҙа! - Аида ХӘЙРЕТДИНОВАБалтас районы