Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Һағынып көтәләр һине, “Завхоз”!

Әлиә Әлимбай ҡыҙы менән Өфө районының Шамонин мәктәбендә осраштыҡ – ул дүрт йыл инде директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары булып эшләй икән. Ире былтырғы сентябрҙән алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша, позывнойы – “Завхоз”. – Яуҙаштары “был ҡушаматты ҡайҙан уйлап сығарҙың?” тип көлөп бер булған икән, – тип йылмая Әлиә. – Ул бит хужалыҡ мөдире булып та эшләне, йорт-ҡура тирәһендә лә ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ауылыбыҙҙа бәләкәй тракторы менән ер ҙә һөрә, мохтаждарға утын да килтереп бирә. Ғаиләбеҙ ҙур булды беҙҙең, хәҙер генә ул бала-саға барыһы ла тиерлек үҙаллы йәшәй. Ә заманында барыһын да ашатырға-эсерергә, кейендерергә, уҡырға индерергә байтаҡ сығым талап ителде. Шундай егәрле егеткә кейәүгә сыҡҡаныма шатланып бөтә алмайым. Эйе, тормош иптәше менән ғорурлана Әлиә, ләкин йөҙөндә, үҙе әйтмәһә лә, һағыш күләгәһен дә самаламау мөмкин түгел – һөйөклөһө менән күрешмәгән­дәренә нисәмә ай булып киткән. – Тиҙҙән ялға ҡайтыр тип түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ , – ти ул. – Тейешле ҡултамғаларҙы алып бөткән тиерлек, бөгөн-иртән хәбәр итер тип көтөп йөрөйөм. Уның ротаһындағы рядовойҙар күптән отпускыла булып киткән, офицерҙар составына ял һуңыраҡ була икән. Ул бит – өлкән лейтенант, рота командиры! Тәүҙә һалдаттарын ялға ебәрә, шунан ғына үҙенә лә тыуған яғына ҡайтып килеү форсатын бирә ала. Әлиә Әлимбай ҡыҙы әйтеүенсә, уның иренә квота юллау мөмкинлеге лә булған. Быға хоҡуғы бар икәнлеге асыҡланғас та, ҡатын шунда уҡ был саҡта Һарытау өлкәһендәге хәрби полигондарҙың береһендә әҙерлек курсы үткән иренә шылтырата. “Завхоз” быға ҡаршы төшә: “Юҡ, мин бында рота командиры, нисек инде – бөтә рота ҡала, ә командир “һыпырта”мы? Уларҙың күҙенә нисек ҡарармын аҙаҡ?” – ти ул. Ә ғаиләләре, ысынлап та, ҙур: Әлиә менән ире алты бала тәрбиәләп үҫтерәләр. “Үҙебеҙ донъяға килтергәне – икәү, тағы ла дүртеһе – йәшләй мәрхүм булып ҡалған ҡустым менән киленемдең балалары”, – ти педагог. Уларҙың барыһы ла башлы-күҙле булып бөткән инде, ғаилә ҡороп, үҙаллы йәшәйҙәр, йорт һалалар, иң кеселәре Ғайсар ғына әле студент, Өфө дәүләт нефть техник университетының икенсе курсында белем ала. Университетта уға, атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡас, күптән түгел матди ярҙам да биргәндәр. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Гүзәлиә әсәһенең юлын һайлаған – педагогик юғары уҡыу йортон тамамлағас, ошо уҡ мәктәптә инглиз теленән уҡыта. Шулай уҡ ғаиләһе менән айырым йәшәй, Динислам исемле улы бар. – Бөтәһе лә тиерлек ҙурайып, өйҙән сығып китеп бөткәндәр икән, – тием. – Юҡ, үҙем генә түгелмен – ауылдағы беренсе төркөм инвалиды булған туғанымды алып килгәйнек, төпкөл ауылда ни тейешенсә медицина хеҙмәтләндереүе, ни башҡа төрлө уңайлыҡтары юҡ бит, – ти Әлиә. – Хәҙер беҙҙә йәшәй, йәшәй генә түгел – йорт эштәрендә лә хәленән килгәнсә ярҙам итә. Дүрт йәшлек Динисламды уҡырға өйрәтте, уға диктант та яҙҙыра хатта. Шуға ейәнебеҙ ҙә аҡыллы, белемле булып үҫер, тип ышанабыҙ. Бындай шәфҡәтле, хәстәрлекле ғаиләгә һоҡланаһы ғына ҡала! “Завхоз”дың үҙе менән дә йәш саҡта күпмелер бергә эшләп алырға тура килгәйне – ғаиләһе өсөн йәнен фиҙа ҡылырға әҙер ир-ат, бөтәһе менән дә һәйбәт мөғәмәләлә, кешеләргә ярҙамсыл кеше. Әлиә Әлимбай ҡыҙы – тәжрибәле педагог, Шамонин мәктәбенә хәтлем 20 йылдан ашыу Өфөләге республика художество мәктәп-интернатында уҡытҡан, уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире лә булған. Был мәктәптә лә мөдирҙең эш күләме ҙур – 1 400 бала уҡый икән! “Район үҙәктәрендә лә ундай ҙур мәктәптәр юҡ”, – ти ул. Яугир ҡатыны булараҡ, ауыл һәм район хакимиәттәренең хәстәрлеген дә тоя уҡытыусы, ғаиләнең нимәгә мохтаж булыуы менән даими ҡыҙыҡһынып торалар, ти. Бер саҡ утын килтереп бирергә тәҡдим иткәндәр, ләкин Әлиә Әлимбай ҡыҙы был ярҙамдан баш тартҡан: йорт хужаһы былтыр йәй утынды етерлек әҙерләп киткән икән. - Рәшит КӘЛИМУЛЛИН