Найти тему
Башҡортостан гәзите

Июндә ниндәй һауа торошо көтә?

Рәсәйҙең Гидрометео үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда июнь айы йылы булыр тип көтөлә. Уртаса айлыҡ температура норманан 1 градусҡа йылыраҡ булыр, ти синоптиктар. Июндең уртаса температураһы – +17,4 градус. Айлыҡ яуым-төшөм дә норма кимәлендә булыр тип фаразлай белгестәр (норма 50-70 мм). Алдағы көндәрҙе ҡарағанда, һаман эҫе торасаҡ. Бөгөн, 2 июндә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, йәшен йәшнәй. Ел көньяҡтан талғын, ҡайһы бер райондарҙа көслө ел иҫеүе бар. Көндөҙ 24, 29 градус, көньяҡта 33 градусҡа тиклем эҫе. Шәмбе һәм йәкшәмбе урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа, йәшен йәшнәй. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Төндә 13, 18, төньяҡ-көнбайышта 8 градус йылы, көндөҙ 22, 27, көньяҡта 32 градусҡа тиклем эҫе буласаҡ. Фото: 9111.ru