Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Амкадор” компанияһының сервис үҙәге менән таныштырасаҡтар

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең быйыл июндә үтәсәк Х форумы программаһында эшлекле саралар күп, шуларҙың береһе – “Амкадор” белорус компанияһы Башҡортостанда төҙөгән объекттарҙа булыу. “Башҡортостанда “Амкадор” ике проектты тормошҡа ашыра, инвестицияның дөйөм күләме – 2,5 миллиард һум. Мҫәлән, ошо форум сиктәрендә “Өфө” индустриаль паркында игенде урып алғандан һуң эшкәртеүсе ҡорамалдар етештереү буйынса предприятиены асыу тантанаһы буласаҡ. Шулай уҡ сара барышында махсуслашҡан коммуналь, төҙөлөш, юл һалыу техникаһы етештерәсәк предприятиеның төҙөлөшөн ҡарау ҙа планлаштырылған”, – ти Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы генераль директоры Наил Ғәббәсов. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров билдәләүенсә, быйыл йәй үтәсәк форум иң ҙуры буласаҡ. Пленар ултырышта, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм секцияларҙа ошо форумдың 10 йыллыҡ эшмәкәрлек һөҙөмтәләре тикшереләсәк. Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.