Найти в Дзене

Ябай ауыл малайының еңеүҙәре тос

Һәр һабантуйҙың, һәр спорт сараһының йәме – ул көрәш. Ә уның менән шөғөлләнгәндәргә иһә ихтыяр көсө, физик кенә түгел, рухи йәһәттән ныҡлыҡ, бер нимәгә ҡарамай, ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеү, ауырлыҡтар, һынауҙар алдында юғалып ҡалмау кеүек сифаттар хас. Былтыр Татарстанда үткәрелгән милли командалар араһында билбаулы көрәш буйынса донъя кубогына бәйгелә Әбйәлил районынан Ғаяз Шөғөров 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә чемпион булып танылғайны. Уның тренеры – Рәйес Хажмөхәмәт улы Әбделғәзин. Ә был сарала донъяның 25 иленән 150-нән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны. Күптән түгел Ғаяз спорт һөйөүселәрҙе тағы һөйөндөрҙө: ул Әбйәлилдә үткән милли көрәш буйынса ярыштарҙа абсолют чемпион исемен яуланы. ...Барыһы ла ғаиләнән башлана. Айһылыу менән Зөлфәр Шөғөровтарҙың күп балалы татыу ғаиләһендә буй еткергән егет ата-әсәһе, туғандары кеүек тырыш, сәмсел, маҡсатлы. Ғаяздың ағаһы Өлфәт тә – көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, әле ул – Әбйәлил районының Дәүләт урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы. У

Һәр һабантуйҙың, һәр спорт сараһының йәме – ул көрәш. Ә уның менән шөғөлләнгәндәргә иһә ихтыяр көсө, физик кенә түгел, рухи йәһәттән ныҡлыҡ, бер нимәгә ҡарамай, ҡуйған маҡсаттарыңа өлгәшеү, ауырлыҡтар, һынауҙар алдында юғалып ҡалмау кеүек сифаттар хас. Былтыр Татарстанда үткәрелгән милли командалар араһында билбаулы көрәш буйынса донъя кубогына бәйгелә Әбйәлил районынан Ғаяз Шөғөров 60 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә чемпион булып танылғайны. Уның тренеры – Рәйес Хажмөхәмәт улы Әбделғәзин. Ә был сарала донъяның 25 иленән 150-нән ашыу спортсы үҙ көсөн һынаны. Күптән түгел Ғаяз спорт һөйөүселәрҙе тағы һөйөндөрҙө: ул Әбйәлилдә үткән милли көрәш буйынса ярыштарҙа абсолют чемпион исемен яуланы. ...Барыһы ла ғаиләнән башлана. Айһылыу менән Зөлфәр Шөғөровтарҙың күп балалы татыу ғаиләһендә буй еткергән егет ата-әсәһе, туғандары кеүек тырыш, сәмсел, маҡсатлы. Ғаяздың ағаһы Өлфәт тә – көрәш буйынса Рәсәй чемпионы, әле ул – Әбйәлил районының Дәүләт урта мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы. Уның уҡыусылары ла төрлө спорт ярыштарында уңышлы сығыш яһай. Ҡасандыр Ғаяз, ошо ағаһына эйәреп, көрәш менән мауығып киткән. Белем усағында Рәйес Тимерғазин кеүек көслө тренерҙың эшләүе һөҙөмтәһендә егеттәр яҡшы уңыштарға өлгәшкән. Быйыл егетте тағы бер ҡыуаныслы яңылыҡ көтә: ул Стәрлетамаҡ физик культура колледжының дипломын ҡулына аласаҡ.