Стәрлетамаҡ районында төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған һуңғы йорт файҙаланыуға тапшырылды. Шулай итеп, тағы бер төҙөлөш объекты Берҙәм проблемалы объекттар исемлегенән алынды. Байраҡ ауылындағы “Кедрлы” торлаҡ комплексын 19 майҙа файҙаланыуға тапшырҙылар. Дөйөм алғанда, был торлаҡ комплексы 4,5 мең квадрат метр майҙан тәшкил итә. Һөҙөмтәлә был районда проблемалы объекттар ҡалманы. - Үҙ ваҡытында “Кедр” махсуслашҡан төҙөүсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенән фатир һатып алған өлөшсөнөң хоҡуҡтары яҡланды, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов. “Кедрлы” торлаҡ комплексының һигеҙ йорто Башҡортостан Республикаһының Өлөшсөләр хоҡуҡтарын яҡлау фонды тарафынан төҙөлөп бөттө. Бының өсөн федераль һәм республика фондтарынан аҡса файҙаланылған. Әлеге ваҡытта һуңғы дүрт йортта йәшәүселәр яңы торлаҡҡа күсенә. 43, 43А, 43Б, 52 һанлы йорттар быйыл мартта төҙөлөп бөткәйне. Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: building.bashkortostan.ru