"Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проекты буйынса Благовещен районында аҙналыҡ “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” кәңәшмәһе үтте. Унда “Дуваней” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры менән Өфө – Яңауыл автомобиль юлындағы “Чебуречная” кафеһы янында йәшелсә һәм емеш-еләк һатыу өсөн стационар булмаған сауҙа объектын урынлаштырыу мәсьәләһе тикшерелде. Хакимиәт белгестәре объекттың ерен рәсмиләштереү тәртибен һәм уның тышҡы йөҙөнә ҡарата булған талаптар тураһында аңлатма бирҙе. “Юл буйы сервисын үҫтереү мөһим мәсьәлә булып тора, сөнки әлеге ваҡытта юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн тулы һәм сифатлы хеҙмәттәр комплексын тәҡдим итеү зарурлығы ҙур. Өфө – Яңауыл юлы буйлап автомобилдәр бик күп үтә, шуға күрә тейешле инфраструктура булырға, сәйәхәтселәргә уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырырға тейешбеҙ”, – тине хакимиәт башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләһе буйынса урынбаҫары Анна Карабанова. Үҙ бизнесығыҙҙы асыу буйынса идея һәм тәҡдимдәрегеҙ бар икән, Благовещен районы хакимиәте һеҙҙе "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашырға саҡыра. Һеҙгә бында төрлө яҡлап ярҙам итергә тырышырҙар. Бының өсөн 8(34766)2-26-07 телефоны буйынса шылтыратығыҙ. Ошо һылтанма буйынса яҙылырға була: https://investrb.ru/ru/ Билдәле булыуынса, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото: Благовещен районы хакимиәте.