Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Билдәле тележурналист Әсмә инәйгә ярҙам иткән

Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө алдынан республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы «Социаль селтәрҙән – социаль эшкә» акцияһын иғлан иткән. Башҡортостан юлдаш телевидениеһының "Сәләм" тапшырыуы етәксеһе һәм алып барыусыһы Наил Юнысов уның тәүге ҡатнашыусыһы булған.Ул 92 йәшлек Әсмә Минһажетдинованың ихатаһындағы ҡотороп үҫкән үләнде сапҡан, кипкән ағасты бысып, ташып, биләмәне таҙартҡан. Әсмә Хөсәйен ҡыҙының балалары юҡ, шуға ул миһырбанлы кешеләр ярҙамына мохтаж. Министрлыҡ Наил Юнысовҡа ҙур рәхмәт белдерә һәм башҡаларҙы ла был акцияла ҡатнашып, оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға ярҙам итергә саҡыра. Фото: https://vk.com/mintrudrb