“Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Был бәйгенең “Иң яҡшы медицина ойошмаһы етәксеһе” номинацияһында Һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары республика клиник дауаханаһының баш табибы Хәлил Мостафин еңеүсе тип танылды. Ул - медицина фәндәре кандидаты, Хәрби фәндәр академияһы профессоры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы. Хәлил Мөжәүир улы Белорет районының Әзекәй ауылында тыуып үҫкән. Хәҙер уның һаулыҡ һаҡлау тармағында эшләүенә 30 йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Әрме сафында хеҙмәт бурысын үтәп ҡайтҡас, "Ашығыс ярҙам" хеҙмәтендә эшләй башлай. Өфө ҡалаһының Ленин, Киров райондарының "Ашығыс ярҙам" станцияларында тәжрибә туплаған. Артабан тырыш, маҡсатлы ватандашыбыҙ медицина институтына уҡырға ингән. Республика клиник дауаханаһының реанимация бүлегендә медбрат булып та эшләгән, анестезиология һәм реанимация бүлегендә лә ҡасандыр бай тәжрибә туплаған. 14 йәшенән тормошон ул медицина менән бәйләгән. Әйткәндәй, республикала госпиталь Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына