Найти тему
Башҡортостан гәзите

Күҙ тейеүҙән өшкөрә, быуынды ултырта

Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында йәшәүсе Фатима инәй йәштән балаҫ һуғырға өйрәнә һәм был шөғөлөн бөгөн дә ташламай. Хәҙер инде йәштәргә өйрәтә ул үҙенең был оҫталығын. Ғүмер буйы колхозда һауынсы булып эшләгән әңгәмәсемдең төнгә саҡлы балаҫ һуҡҡан мәлдәре әҙ булмай. Күпме ҡыҙға бирнәгә балаҫ әҙерләгән икән ул? Эргә-тирә ауылдарҙан уның балаҫын һорап күптәр килә. Һуңғы ун йылда Фатима инәй диндә. Намаҙын ҡалдырмай уҡыған ағинәйҙең башҡа күркәм сифаттарын да белеп һоҡландыҡ. Уның күҙ тейеүҙән өшкөрөүе лә килешә. Шулай уҡ сыҡҡан быуынды ла урынға ултырта. - Әсәйем дә кешеләрҙең быуынын ултырта торғайны. Унан күскәндер был һәләт. Быуын сыҡҡанын тотҡан ыңғайға һиҙәм. Элекке бер ваҡиға айырыуса иҫтә ҡалған: танышымдың ҡулы быуынынан әйләнгәйне, шуны урынына ултырттым. Өшкөргәнемдең дә шифаһы тойола. Күҙ тейеү бар. Илаҡ балаларҙы алып киләләр. Өшкөргәндән һуң, тынысланып ҡайтып китәләр. Аҙаҡ килеп рәхмәт әйтеүселәр күп. Аяҡтарым ауыртҡанда үҙемде өшкөрһәм дә хәлем яҡшыра. “Ҡайҙан килдең шунда кит, минең ҡулым түгел Ғәйшә, Фатима ҡулы” тип доға уҡып өшкөрһәм, атлауҙарым еңеләйеп китә, - тип һөйләне әңгәмәсем. Ҡартлығына шөкөр итеп, йәнтөйәгенә именлек теләп, ауылының ҡотон арттырып йәшәй Күсәрбай ағинәйе. Автор фотоһы.