Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һеҙҙә “Күршеләр көнө”н үткәрәләрме?

Благовещен ҡалаһында, Ағалы-ҡустылы Першиндар урамындағы 7-се һәм 7/1-се йорттар ихатаһында «Күршеләр көнө» үтте. Халыҡ өсөн сәй эсеү менән күңелле байрам ойошторолдо, концерт номерҙары менән артистар һәм ижади коллективтар сығыш яһаны. Улар араһында "Илһам" («Вдохновение») вокаль ансамбле, Артем Заикин, Данил Рубцов, «Йырлағым килә» (“Хочу петь”) вокаль студияһы, «Уралочка» рус халыҡ ансамбле башҡарыуында йырҙар яңғыраны. Балалар өсөн конкурстар һәм татлы приздар менән спорт программаһы уларҙың күңеленә хуш килде. Теләгән Һәр кем ГТО нормативтарын үтәне. Ижади эштәрҙән торған күргәҙмә барыһының иғтибарын йәлеп итте. Сара алдынан сәләмләү һүҙе менән ҡала башлығы Олег Голов сығыш яһаны, шулай уҡ «Башҡортостан Республикаһы торлаҡ милекселәре ассоциацияһы» рәйесе Павел Носков яҡындағы йорттарҙа һәм күршеләрҙә йәшәүселәрҙе ошо байрам менән ҡотланы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Сара ысын ғаилә байрамына әйләнде. Был яҡшы һәм изге йолаға әүерелер тип ышанабыҙ, ти благовещендар.