Ауыл осонда, йылға буйында йөҙйәшәр тирәк үҫә. Ул шул тиклем мөһәбәт, тирәкте өс кеше бергәләп ҡосһа уратып ала. Бәләкәй саҡта көтөү ҡаршыларға барғанда, тирәк янында һәр саҡ уйнай торған инек, үҫә төшкәс , кистәрен шунда музыка уйнатып , тирәк төбөндә күпме йәш парҙар йондоҙҙарға һоҡланып, тәүге мөхәббәт хистәрен кисерәләр.
Тирәк бер ҡайсан да яңғыҙ булғаны юҡ, уның янында һәр ваҡыт кем дә булһа бар, кеше булмаһа ҡош-ҡорт, мал-тыуар, эҫе ҡояшлы көндә-күләгә, ямғыр яуғанда ышыҡ бит ул.
Ошо ауылдың оло кешеләренең береһе Ильяс бабай тирәкте ҡурсалап, тәрбиәләп тора, ағас тирәһен йыйыштыра, йәпле генә скамейка ла эшләп, килтереп ҡуйған. Былтыр Мәрйәме мәрхүм булғас, Ильяс бабай тирәк янында йышыраҡ күренә, кинйә малайы Ирек менән килене:
-Атай, әйҙә әсәйҙең ҡәберенә барып ҡайтайыҡ, һағынғанһыңдыр?-тиһәләр.
-Рәхмәт , балалар, мин Мәрйәмем менән көндә һөйләшәм, ә ҡәберемә күп йөрөмәгкҙ, тине ул-ти Ильяс бабай.
Балалары аталары өсөн ҡайғыра башланылар, аңы ҡуҙғала башланымы икән тип, уларҙың уйҙарын белгән кеүек Ильяс бабай былай ти:
-Әй, һеҙ мине иҫәпләнә башлаған тип уйлап ҡуймағыҙ, мин тирәк янында уйҙарымда әсәйегеҙ менән һөйләшәм.
Мин ауылға ҡайтҡан һайын ауыл осондағы шул тирәк төбөндә киләм, бына бөгөн дә килдем, апрель айы булыуға ҡарамаҫтан көндәр һыуыҡ тора. Тирәк төбөндә скамейкала Ильяс бабай ултыра, янына барҙым.
-Иҫәнмеһегеҙ Ильяс бабай, хәлдәрегеҙ нисек?
-Иҫән генә әле ҡыҙым, кем тип әйтергә лә белмәй торам, ҡартайғанмын, танымайым.
-Мин Рөфҡәттең ейәнсәре, Ғаяздың бәләкәй ҡыҙы Ләйлә бит.
-Әй, ҡыҙым иҫләйем-иҫләйем, Мәрйәмем һине бик ярата торған ине, бигерәк аҡыллы, тәрбиәле, уңған да инде Ләйлә тип әйтә ине.
-Ильяс бабай, бына ошо йөҙйәшәр тирәккә нисә йәш икән? Кем уны ултыртҡанын һеҙ белмәйһегеҙме?
Ильяс бабай кәпәсен сисеп, сәсен һыйпаны ла(ул һәр саҡ берәй хәбәр һөйләр алдынан шулай эшләй)
-Әйҙә ултырайыҡ әле ҡыҙым, был тирәктең тарихын мин генә беләм, бер кемгә лә һөйләгәнем юҡ ине, Мәрйәмдән башҡа.
.... Мөхәммәт менән Мәрфуғәне (Ильяс бабайҙың ата-әсәһе) димләп өйләнештерҙеләр. Мөхәммәт беренсе донъя һуғышы үткән, утыҙҙы ҡыуһа ла өйләнмәгән ине, Мәрфуға яңы 14 йәше тулған сибәр ҡыҙ, егеттең ғаиләһе хәлле, ә бына ҡыҙҙың атаһы һуғышта һәләк булған, 8 баланы ашатырға әсәләренә ауыр, шуға оло ҡыҙы Мәрфуғаны бирә лә инде кейәүгә, тамағы туҡ, туғандарына ла ярҙам итәр тип. Бер-береһен яратмаһалар ҙа матур итеп донъя көтә башлайҙар, икеһе лә шым ғына, тыйнаҡ , ихтирамлы, ккшелекле булалар. Мөхәммәт бик яҡшы ир була, ҡатын итеп алһа ла 4йыл өйҙәш булып йәшәйҙәр, йәш ҡыҙға теймәй, үҫһен ти. Ситтән ҡарағанда өлгөлө ғаилә, өйҙә бөхтәлек, урам тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт, икәүләшеп колхозда эшләйҙәр. Кешеләр һоҡланып ҡарайҙар был ғаиләгә, тик ни эшләп һаман бәпәйҙәре юҡ икән тип аптырайҙар.
Биш йыл бергә йәшәй башлауҙарына беренсе ҡыҙҙары донъяға ауаз һалды.
Туғандары, ауылдаштары йәштәр өсөн шатландылар, бәхетле ғаиләнең бер-бер артлы 10 ҡыҙҙары донъяға килә. Ауылдаштары Мөхәммәттән көлөрҙәр ине:
Мөхәммәт футбол командаһы үҫтерә, тик ҡыҙҙарҙан ғына тип, ә атай кеше ғорур , һыр бирмәй:
-Минең ҡыҙҙарым, һеҙҙең маңҡа малайҙарығыҙҙан яҡшыраҡ, ат та ла сабалар, ер ҙә һөрәләр, утын да яралар, бесән дә сабалар, әсәләренә лә ярҙам итәләр, улар минең аҡыллылар, уңғандар әсәләренә оҡшап, миңә оҡшап баҫалҡы, тырыштар, ә команданың капитаны оҙаҡламай был донъяға ауащ һаласаҡ!!!- тип кенә ҡуя. Марфуғаһы ысынлапта 11сегә йөклө була, Мөхәммәт юрағанса көтөп алынған малай тыуа. Матур итеп Ильяс тип исем ҡушалар, ҙур һарыҡты салып бөтә ауылды саҡырып Исем туйы үткәрәләр. Ә төндә бер кемгә лә әйтмәй, күптән уйлап йөрөгән хыялын тормошҡа ашыра, ауыл осонда, йылға буйына барып тирәк ағасы ултырта, Ильяс улына бағышлап.
Бәхетле көндәр аҙ була, Ильясҡа бер ай булды тигәндә илебеҙгә дошман һөжүм итә.Мөхәммәте һуғышҡа саҡырмайҙар, элекке алған яралары, йәше оло булғас, тик ул үҙ ирке менән бара яуға. Һуғышҡа барыр алдынан тирәк төбөндә килеп, бер ус тупраҡ ала ла:
-Терәгем минең, һин ҙур булып үҫ, Ильясымды, ҡыҙҙарымды, Мәрфуғәмде ел-ямғырҙан һаҡлап топ, ә мин алла-бирһә иҫән-һау ҡайтырмын-ти.
Мөхәммәт бабай оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан 4йыл иҫән һау йөрөп, бер яра алмай ҡайтв тыуған яғына, балалары, ҡатыны янына. Ул һуғышҡа киткәндә бер айлыҡ ҡына булып ҡалған улы инде ҙур малай булған, тыпырлатып бейеп, ағас мылтыҡ тотоп фашистарҙы атам тип, тәтелдәп йөрөй.
Мөхәммәт бабай оҙон ғумерле булған, 98 йәшенә тиклем үҙ аяғында йөрөп, аҡылы теүәл килеш йәшәгән.
Ильясҡа 15 йәш булғанда атаһы тирәк тураһында һөйләгән:
-Улым, был тирәкте мин һин донъяға килгәс ултыртҡан инем, һуғышҡа барыр алдынан бер ус тупраҡ һалып алғайным, бер яуҙа шул тыуған яҡтың тупрағы һаҡлап алып ҡалды ғумеремлк, һәр саҡ күкрәк кеҫәмдә йөрөтә торғайным, дошман пуляһы шул тупраҡ ятҡан кеҫәмә тейҙе, тик үтә алманы, ул пуляны бына һаҡлап алып ҡайттым, әйҙә икәүләшеп күмәйек тирәк төбөнә.-тине.
Шул көндән бирле Ильяс бабай ауыл осондағы тирәкте тәрбиәләне, эргә тирәһендәге суп-сарҙы таҙартып торҙо. Ильяс бабай инде туғыҙынсы тиҫтәне ваҡлай, тирәгенә лә шунса йәш инде.
.... Ауыл осонда тирәк мамығын ҡоя, бар халыҡ йыйылған тирәк янына, Ильяс бабайҙы һуңғы юлға оҙатыр аодынан, тирәк төбөндә көрән уҡый мулла, бабайҙың һуңғы теләген үтәп....
#хикәйәләр
#башҡортсаяҙам
#башҡортсахикәйә....