Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға юлланабыҙ”

1 июндә Өфөнөң Совет майҙанында Алексей Сухоруков исемендәге башҡорт артиллерия батареяһын һәм Әхмәт Дәүләтов исемендәге башҡорт медицина ротаһын махсус хәрби операцияға әҙерлек урынына оҙатыу сараһы булды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. – Артиллерия батареяһы яугирҙәрен, медицина ротаһын һәм “Башҡортостан” ирекмәндәр полкына етәкселек итәсәк идара итеү командаһын хәрби әҙерлеккә оҙаттыҡ. Бөтә яугирҙәребеҙ хәрби бурысын намыҫлы үтәп, еңеү яулап, өйҙәренә иҫән-һау ҡайтһын. Ә республика уларҙың алғы һыҙыҡтағы бурыстары уңышлы үтәлһен өсөн барыһын да эшләйәсәк. Беҙ бөтә яугирҙәрҙең туғандары һәм яҡындары хаҡында хәстәрлек күреүҙе дауам итәсәкбеҙ. Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған хәрбиҙәргә ярҙам итергә теләк белдергән ирекмән яугирҙәргә рәхмәт белдерәм. Был еңел булмаған ҡарарҙы хуплаған ғаиләләренә рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. Ирекмәндәрҙе республика етәкселеге, яугирҙәрҙең туғандары оҙатып ҡалды. Яҡындарын оҙатырға килгән ата-әсәләр менән дә аралаштыҡ. Благовещен районынан киткән егеттең әсәһе белдереүенсә, уның 22 йәшлек улы ирекмән булып махсус хәрби операцияға юлланған. “Ул хәрби хеҙмәткәр булырға хыяллана ине. Беҙгә әйтмәйенсә контракт төҙөгән. Китер алдынан ғына был хаҡта белеп ҡалдыҡ”, – тине ул. Медицина ротаһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Благовар районынан 47 йәшлек ҡатын үҙәк район дауаханаһында эшләгән. “Минең ғаиләм, өс балам бар. Үҙ теләгем менән махсус хәрби операцияға барам. Медицина ротаһында ашнаҡсы булып хеҙмәт итәсәкмен”, – ти ул. Нефтекама ҡала дауаханаһынан шәфҡәт туташы “Колибри” исемен алған, үҙ теләге менән махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар иткән. – Әлбиттә, был - минең шәхси ҡарарым. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хат килде, һәм беҙ барырға ризалаштыҡ. Унда һуғышырға бармайбыҙ, ә кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға юлланабыҙ. Бөрө медицина училищеһын 2002 йылда тамамлағандан бирле шәфҡәт туташы булып эшләйем. Бында беҙ бер дауахана булып тупланғанбыҙ, төрлө өлкә белгестәре лә бар, – ти “Колибри”. Октябрьский ҡалаһынан эшҡыуар ҙа Ватанды һаҡларға юлланды, ул – һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре. Бөгөн иһә хәрби хеҙмәткә юлланды. Медицина ротаһында быға тиклем Бөрө районында ашығыс медицина ярҙамында эшләгән егет тә бар. – Медицина өлкәһендә 13 йыл эшләйем. Ике ҡыҙым үҫә. Армияла хеҙмәт итә алманым, бына хәҙер Ватан алдындағы хәрби бурысымды үтәргә ваҡыт етте. Бер йылға китеп барабыҙ. Ротала 46 кешебеҙ, 12 ҡатын-ҡыҙ. Бөтәбеҙ ҙә үҙ теләгебеҙ менән ошо ҡарарға килдек, – тине ул. Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы аппараты етәксеһе Шамил Вәлиев юлға сыҡҡан яугирҙәргә Халыҡ фронты исеменән квадрокоптер тапшырҙы. – Был беҙҙең ҡош-бөркөт, уны артиллериясыларға тапшырҙыҡ. Ул яугирҙәребеҙҙең ғүмерҙәрен һаҡлар, еңеүҙе яҡынайтыр, тип өмөтләнәбеҙ, – тине ул. Стәрлетамаҡ районында тыуған Алексей Сухоруков – Советтар Союзы Геройы. Бөйөк Ватан һуғышы юлын тулыһынса үтә, артиллерия батареяһы командиры була, батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Алтын Йондоҙ менән бүләкләнә. Хәрби табип Әхмәт Дәүләтов – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының медицина-санитар эскадроны командиры. Фронтҡа ебәрелгәнгә тиклем Өфөләге госпиталдә яралыларҙы дауалаған, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән. Яңы подразделениелар “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы составына инәсәк. Азат РӘХМӘТУЛЛИН, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры: – Беҙ медицина ротаһын махсус хәрби операцияға оҙаттыҡ. Уны республика Башлығы һәм Хөкүмәте ярҙамында биш автомобиль менән тәьмин иттек, шул иҫәптән пациенттарҙы эвакуациялау өсөн өс “УАЗ” санитар автомобиле, “ГАЗ” йөк автомобиле һәм бер автомобилдә яугирҙәребеҙ һыҙлаған тештәрен дауалаһын өсөн стоматология кабинеты йыһазландырҙыҡ. Был бик мөһим, уны маҡсатҡа ярашлы әҙерләнек, сөнки тештәрен дауалауҙы һорап мөрәжәғәт иткән яугирҙәр ҙә бар. Машиналар тулыһынса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Бөтә кәрәкле әйберҙәрҙе йыйҙыҡ, шулай уҡ дарыуҙар менән дә бер нисә айға тәьмин иттек. Медицина ротаһы менән бәйләнеш өҙөлмәйәсәк һәм уларҙы дарыу кеүек кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп торасаҡбыҙ. Лиә КӘРИМОВА, Әхмәт Дәүләтовтың ейәнсәре: – Олатайым Әхмәт Сәғәҙәт-Гәрәй улы Дәүләтовҡа ошондай ҙур хөрмәт күрһәтеп, медицина хеҙмәткәрҙәре ротаһына исемен биргәндәре өсөн республика Хөүмәтенә рәхмәт. Олатайымдың фотоһы ҡуйылған флагты күреп тә һоҡландыҡ. Уны ысын герой тип иҫәпләйбеҙ, сөнки ул бөтә һуғышты үтеп, Берлинға тиклем барып еткән. Ике бала атаһы үҙ теләге менән фронтҡа китә һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби-медицина эскадроны командиры, баш хирургы була. Ул 3600 һалдатты үлемдән ҡотҡарған, операцияларҙы ялан шарттарында эшләгән. Шартлау яңғыраған осраҡтарҙа ла эште туҡтатмай, шәм яҡтыһында һалдаттарға оперция яһаған. Ул: “112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һәр һалдаты, табибы һәм шәфҡәт туташы герой булды”, – тип әйтә торғайны. Алғы рәттә йөрөһә лә, Хоҙай уны һаҡлаған, ике тапҡыр контузия алған. Тыныс тормошҡа ҡайтҡас, Башҡортостан дәүләт медицина университетында дөйөм хирургия кафедраһын булдырҙы һәм бик күп аспиранттар тәрбиәләне. Шулай уҡ 60 фәнни асыш авторы ла. Үҙе уйлап тапҡан “Дәүләтов шыйыҡсаһы”н (ике төрө бар: береһе менән ҡулды эшкәрткән, икенсеһе менән – яраларҙы) фронтта операция барышында уңышлы файҙалана. Олатайыбыҙ – медицина фәндәре докторы, профессор. БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған табибы. 74 йәшендә вафат булды. Айрат Нурмөхмәтов фотолары.