Найти тему
Башҡортостан гәзите

Мышыларҙың кешесә йәшәгеһе киләме?

Һуңғы осорҙа мышылар ҡала, ауылдарға йыш инә, юлдарға сығып аварияларға сәбәпсе була. Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, әле инә мышылар бер йәшлек балаларын эргәләренән ҡыуа. Тап улар әле икенсе урынға күсеп, яңы урындар эҙләй. Үҫмер мышылар бер нәмәнән дә ҡурҡмай: машина улар өсөн хәүеф сығанағы түгел, кеше һәм мылтыҡ менән осрашҡандары юҡ. Тап шул арҡала улар төрлө күңелһеҙ ваҡиғаларға тарый ҙа инде. Күптән түгел ҡала магазиндарының береһенә мышы инеп, һатыусыларҙы ҡурҡытып сығып китә. Үҙе лә ҡото осоп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, стенаға барып бәрелә һәм шунда һәләк була. - Өфө эргәһендәге Булгаков ауылының Цюрупа урамындағы йортҡа өс мышы балаһы килеп инә һәм ҡойманы емереп, ихатаны тапап сығып китә; - Шаҡша биҫтәһе эргәһендә балыҡсы мышының Ағиҙел йылғаһы аша йөҙөп барғанын видеоға төшөрөп алған; - Баш ҡаланың Дәүләткильдиев урамында һәм Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә мышыларҙы видеоға төшөрөп алалар; - Нефтекама ҡалаһы урамдары буйлап мышылар сапҡанын да Интернет селтәренән күреп аптырағайныҡ. Ә һеҙҙең мышы, йәки башҡа ҡырағай хайуан менән осрашҡанығыҙ бармы?Автор фотолары.