Йыл һайын 31 майҙа Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы башланғысы менән Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнө билдәләнә. Ҡариҙел ауылындағы Дульцев исемендәге скверҙа сәләмәт тормош алып барыусылар йыйылған. Улар “Велопробег – 2023” акцияһында ҡатнашыр өсөн килгән. Сара Бөтә донъя тәмәкенән баш тартыу көнөнә арнала һәм “Демография” милли проекты маҡсаттарына яуап бирә. Колонна ауыл урамдары буйлап йөрөй, уларҙы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре оҙата бара. Ә аҙаҡ велосипедсылар ҡыҙыҡлы конкурстар һәм викториналарҙа ҡатнашып, еңгән өсөн бүләктәр алған. Йәштәргә сәләмләү һүҙе менән Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Рәмил Вәлинуров мөрәжәғәт иткән. Сара аҙағында тантаналы рәүештә йомғаҡтар яһалған. “Был традицион сара йәштәргә лә, өлкәнерәктәргә лә бик оҡшай. Акция йәштәрҙең иғтибарын тәмәке тартыу проблемаһына йүнәлтеү өсөн мөһим. Шулай уҡ сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау, үҙеңдең һәм тирә-яҡтағы кешеләрҙең һаулығына иғтибарлы ҡараш булдырыу өсөн кәрәк ине”, – тигән “Надежда” үҫмерҙәр клубы директоры Юлиә Абдрахманова. Билдәле булыуынса, "Демография" (национальный проект “Демография”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан Фото:Ҡариҙел районы хакимиәте.