Найти в Дзене

Аҙашҡан яҙмыштар!!!

Гөлдәрҙе бер ҙә йоҡо алмай, күҙҙәре йомолоп бара, ә йоҡлап китә алмай, йөрәге йыш тибә, башына төрлө уйҙар килеп тора. Әйтерһеңдә йөрәге менән башы үҙ-ара һөйләшеп, Гөлдәргә әйтмәйҙәр , сер һаҡлайҙар. Хәтер һандығын сисә башланы ҡасандыр ошондай уҡ хистәр солғап алған ине бит. Ә хәтеренә төштө.... ... Гөлдәр ҡалала йәшәй ине атаһы-әсәһе менән, үҙен белә башлағандан бирле, ял , каникул ваҡыттарында һәр саҡ ауылда, өләсәһе янында була торғайны. Атаһы менән әсәһе заводта эшләйҙәр, Гөлдәр яңғыҙы ултырмаһын тип, ауылға ҡайтаралар. Ул йылды Гөлдәр 9сы синыфты тамамлаған ине, уҡыуҙар тамамланғас өләсәһенә ебәрҙеләр, Гөлдәргә ауылда оҡшай, кондә йылы һөт, ҡаймаҡ. Өләсәһе яңғыҙы ғына йәшәй, йәй көндәрендә эш күп шул ауылда, себеш, бәпкәләр ҡараша, баҡсала түтәлдәр утайҙар, ялан-ҡырҙарҙа йөрөйҙәр. Өләсәһе заманында уҡытыусы булған, шуғалыр ҙа инде талапсан, уҫал, ғәҙел, Гөлдәрҙе "ҡыҫҡа бауҙа" тота, кистәрен урамға сығармай: -Ҡыҙым үпкәләмә, һине сығарып, төн буйы йоҡлай алмай ятҡым килмәй, ана а

Гөлдәрҙе бер ҙә йоҡо алмай, күҙҙәре йомолоп бара, ә йоҡлап китә алмай, йөрәге йыш тибә, башына төрлө уйҙар килеп тора. Әйтерһеңдә йөрәге менән башы үҙ-ара һөйләшеп, Гөлдәргә әйтмәйҙәр , сер һаҡлайҙар.

Хәтер һандығын сисә башланы ҡасандыр ошондай уҡ хистәр солғап алған ине бит. Ә хәтеренә төштө....

... Гөлдәр ҡалала йәшәй ине атаһы-әсәһе менән, үҙен белә башлағандан бирле, ял , каникул ваҡыттарында һәр саҡ ауылда, өләсәһе янында була торғайны. Атаһы менән әсәһе заводта эшләйҙәр, Гөлдәр яңғыҙы ултырмаһын тип, ауылға ҡайтаралар. Ул йылды Гөлдәр 9сы синыфты тамамлаған ине, уҡыуҙар тамамланғас өләсәһенә ебәрҙеләр, Гөлдәргә ауылда оҡшай, кондә йылы һөт, ҡаймаҡ. Өләсәһе яңғыҙы ғына йәшәй, йәй көндәрендә эш күп шул ауылда, себеш, бәпкәләр ҡараша, баҡсала түтәлдәр утайҙар, ялан-ҡырҙарҙа йөрөйҙәр. Өләсәһе заманында уҡытыусы булған, шуғалыр ҙа инде талапсан, уҫал, ғәҙел, Гөлдәрҙе "ҡыҫҡа бауҙа" тота, кистәрен урамға сығармай:

-Ҡыҙым үпкәләмә, һине сығарып, төн буйы йоҡлай алмай ятҡым килмәй, ана ата-әсәйең эргәһендә ҡалала йөрөрһөң-ти.

Өләсәһе менән күңелле, төрлө мажаралы хикийәттәр һөйләй, бәйләм, тегеү серҙәренә өйрәтә. Кистәрен һөйләшеп ятып , тиҙ генә йоҡлай ҙа китә. Ә бына бер кис йоҡлай алмай ыҙаланды, инде йоҡлап киттем тиһә яман төш күреп, ҡурҡып уяна, таң атҡансы борғоланып сыҡты. Ә иртәнсәк өләсәһе яман хәбәр еткерҙе, кисә төндә мотоцикл менән ҡайтып килгән атаһы менән әсәһе аварияла һәләк булғандыр тип. Бына шул фәжиғәле йөрәге тойоп, йоҡо бирмәгән икән.

... Гөлдәр яман уйҙарын ситкә ҡыуып ҡарай, тик улар һаман киләләр. Тороп сәғәтте ҡараны төнгө өсөнсө ярты, тормош иптәше Илшат хырылдап йоҡлай, күрше булмәлә Илнур улдары ла әүен баҙарында, ҡыҙы Аҡсәскә генә өйҙә юҡ, ул бит студент ҡыҙ, баш ҡалала уҡый, дөйөм ятаҡта йәшәй, бөгөн ялға ҡайтҡан ине, дуҫтары менән дискотекаға, һуңынан дуҫ ҡыҙында ҡуна ҡалам тине. Хәйерлегә генә булһын был тиктомалға йөрәк һуғыуы тип уйлап та өлгөрмәй, телефон шылтырай, трубканан ят тауыш:

-Доброй ночи, Вы мама Абдуллиной Аксаски?-тиҙәр.

-Да это мама

-Ваша дочь попала в аварию с друзьями, приезжайте 2ую больницу-тине лә трубканы һалды.

Эй , хоҙайым, Гөлдәр нисек итеп ирен уятҡанын да, кейенеп, машинаға ултырғанын да хәтерләмәй, иҫән -һау ғына булһа ярар ине ҡыҙы, тиҙ генә барып еттеләр. Врач сығып былай тине:

-Ваша дочь потеряла много крови, нужна кровь для переливания, у нее 1ая группа, у кого из вас такая же?

-Простите, у меня 2+, а у мужа -4 группа, мы не подходим?

-К сожалению нет, давайте проверим ваши группы, так не может быть, чтоб у родителей 2 и 4, а у ребенка 1ая группа.

Гөлдәр менән Илшат аптырашып ҡалдылар, нисек инде, бәлки Аҡсәскәнең ҡанын тикшергәндә хата эшләгәндәрҙер. Кемдер уйлар, ҡыҙҙың атаһы икенсеҙер тип, юҡ Гөлдәр өсөн Илшат уң ҡанаты , икенсе ҡояшы кеүек. Башҡа ирҙәр яғына ҡарау түгел, уйлағаны ла юҡ.

Улар институттың беренсе курсында танышып, яратышып өйләнештеләр. Уҡып бөткәс, диплом алғандың икенсе аҙнаһына ата-әсәй ҙә булдылар. Ҡыҙҙары тыуғас күптәр аптырабыраҡ, көлөп, сәйер итеп:

-Ҡыҙығыҙ, һеҙгә оҡшамаған, бигерәк аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле, һары сәсле-тип. Гөлдәр иҫе китмәй:

-Минең өләсәйемә оҡшаған, уның атаһы урыҫ булған-ти ине. Ә Илшат өҫтәп:

-Беҙҙең ҡыҙыбыҙ ысын мөхәббәттән яралған, шуға шундай сибәр, ҡурсаҡ кеүек, исемен дә матур итеп Аҡсәскә тип ҡуштыҡ ти ине.

... Ярай әле больницала тиҙ генә донор табып, ҡан һалдылар, Аҡсәскәне ҡотҡарҙылар, рәхмәт инде шәфҡәт туташтарына.

Ә бына теге врачтың әйткән һүҙҙәре күңелгә тыныслыҡ бирмәне, хәҙер ДНК тигән анализ эшләтеүе ҡыйын түгел бит, тикшертеп ҡарарға кәрәк,-тип кәңәшләштеләр . Гөлдәр менән Илшат , Аҡсәскә шул уҡ больницала анализдар бирҙеләр, ике аҙнанан алған анализ һөҙөмтәле барыһын да шаҡ ҡатырҙы:

АҠСӘСКӘ УЛАРҘЫҢ ҠЫҘЫ ТҮГЕЛ!!!!!

Бына һиңә мә, 20йыл буйы иркәләп үҫтергән сәскәләре, уларҙыҡы түгел, шулай ҙа була икән. Бала табыу йортона барырға, табырға кәрәк, ғәйепле кешеләрҙе, ҡайҙа уларҙың ҡыҙы.

Илшат полицияла эшләгән бер иптәше менән кәңәшләшеп, балалар йортона барып, архивта соҡсоноп, ептең осона сыҡтылар. Гөлдәр менән бер үк көндө тағы ла бер ҡатын ҡыҙ тапҡан, Гөлдәрҙең фамилияны Абдуллина, ә теге ҡатындыҡы Абдульманова бына бер йәш медсестра бутаған да инде биркаларҙы. Бер иғтибарһыҙ медсестра арҡаһында ике ҡыҙҙың яҙмыштары алмашынған.

Хәҙерге заманда кешене табыуы ҡыйын түгел, бер ай ҙа үтмәне, теге ҡатынды табалар. Улар ҙа ошо ҡалала йәшәйҙәр икән, ҡатындың исеме Рәсимә, ә ҡыҙының Светлана, ә аталары Әнүәр.Рәсимә татар ҡыҙы зәңгәр күҙле, һары сәсле, Аҡсәскәнең копияһы.

Тәүҙә интернет аша танышып, улар ҙа анализдар эшләтеп, осрашалар, танышалар. Әй , әйтергә онотоп торам, Светлана ла, Аҡсәскә менән бер институтта уҡый икән, тик һайлаған һөнәрҙәре генә айырмалы.

Ошо осрашыуҙан ике ғаилә туғандар һымаҡ дуҫлашып китәләр. Һәр байрамдарҙы бергә үткәрәләр. Ҡыҙҙар айырылғыһыҙ әхирәттәргә әйләнәләр.

Бына шулай Аҡсәскә менән Светлананың икешәр атай һәм әсәйҙәре булды. 

#башҡортсаяҙам

#хикәйә

#башҡортсахикәйә.....