Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Алтынай Вәлитовты ҡотлайбыҙ!

Ошо көндәрҙә билдәле йәш йырсы Алтынай Вәлитов атай булды. Үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тулҡынландырғыс мәлдәре – бәпесе менән кәләшен балалар табыу йортонан ҡаршы алғандағы видеоһы менән уртаҡлашты. “Уны күргәс, башым әйләнде. Бала менән оҙаҡҡа һуҙҙым. Һәр саҡ әле ваҡыты етмәгән кеүек тойолдо. 25 тулһын да, шул ваҡытта атай буласаҡмын. Бына 30 йәш етһен дә нәҡ шул саҡта. Бына тормошомдо төҙөкләндерәм, йорт, машина һатып алам... Һөҙөмтәлә Аллаһы Тәғәләнең үҙ пландары бар. Тотто ла бирҙе. Мә ал! Шул саҡ йорто ла барлыҡҡа килде, һәм башҡалар. Беләһегеҙме, беҙ ир-егеттәр кемдер өсөн йәшәргә тейешбеҙ! Юғиһә беҙҙең стимул оҙаҡҡа етмәйәсәк.. Һәм беҙ даими рәүештә стимул эҙләп йөҙөп йөрөйәсәкбеҙ. Аҡса, уңыш – мәңгелек түгел. Күңелдә күп нәмә, барыһы ла баш түбән әйләнде. Мин ғүмеремде бирер өсөн кеше барлыҡҡа килгәнен тоям. Этәргес көс барлыҡҡа килде”, – тип яҙҙы ул. Йәш ғаиләгә именлек, ғаилә бәхете теләйек. Сығанаҡ: vk.com/bboyva