Илһөйәрлек тойғоһо беҙгә әсә һөтө, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, өлкән быуындың хәтирәләре менән биреләлер, тип уйлайым. Ватанды һаҡлау – ир-егеттәребеҙҙең быуындан-быуынға күскән изге бурысы. Рәсәй һалдаты һәр ваҡыт ата-бабаларының рухына, хәрби антына, хәрби бурысына тоғро булған. Минең тамырҙарым Кәшкәләү ерендә. Был ауылда буласаҡ Советтар Союзы Геройы Әхмәтнур Закир улы Закиров донъяға килгән. Башҡа бик күп замандаштары кеүек, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул да һуғышҡа алына. Фашист илбаҫарҙарынан Украина ерен азат иткәндә Днепр йылғаһын кисеүҙе тәьмин итеү бурысы уға – гвардия кесе лейтенантына, йөкмәтелә. Егерме кешенән торған хөжүм төркөмө көслө пулемет, миномет уты аҫтында уң яҡ ярҙағы гитлерсыларҙы дөмөктөрөп, Совет ғәскәрҙәренә юл аса. Ә инде 1944 йылдың 15 ғинуарында Әхмәтнур Закир улы Закировҡа СССР-ҙың Юғары Совет Президиумы Указы менән Советтар Союзы Геройы тигән маҡтаулы исем бирелә. Уға Ленин ордены һәм “Алтын йондоҙ” миҙалы тапшыралар. Ҡартатайым Тимерғәле Мостафа улы