Уҡытыусы кәңәше. Өс айға һуҙылған каникул башлана. Ғәҙәттә, ҡалаларҙағы ата-әсәләр балаларын ауылдарҙа йәшәгән олатай-өләсәйҙәргә оҙаҡ ҡына ваҡытҡа ҡунаҡҡа ебәрә. Рәхәтләнеп ял итһендәр һәм эшләһендәр, һаулыҡтарын нығытһындар, шулай уҡ башҡорт телен дә өйрәнһендәр, тип теләйҙәр. Тәүгеләре тормошҡа ашалыр, ә бына аҙаҡҡыһы йыш ҡына килеп сыҡмай: балалары башҡорт телен өйрәнер урынға, киреһенсә, ҡартай-өләсәйҙәрен рус теленә өйрәтеп ҡайтып китәләр. Төп мәсьәлә шунда: олатай-өләсәйҙәр русса һөйләшкән ейәндәре менән үҙҙәре лә шул телдә аралаша башлай. Былай барһа, киләсәктә телебеҙҙе һаҡлауы бик ҡыйын буласаҡ! Шуға мин ейәндәрен ҡабул итәсәк олатай-өләсәйгә әсә телен өйрәтеү өсөн ете кәңәшемде тәҡдим итәм. 1. Әлбиттә, беренсе сиратта, ейәндәрегеҙ һеҙҙе яратырға тейеш, сөнки нимәнелер өйрәнеү уны яратыуҙан башлана. Белем биреү өлкәһендә шундай закон йәшәй: балалар уҡытыусы менән уның фәнен бер бөтөн итеп ҡабул итә. Шуға уҡытыусыны яраталар икән, уның предметын да оҡшатып, теләп өйрәнә башлайҙар. Һеҙҙең осраҡта ла был ҡанун эшләйәсәк. 2. Ейәндәрегеҙ һеҙҙең менән рус телендә һөйләшә башлай икән: "Балам, мин рус телен аңламайым бит әле", - тип әйтегеҙ. Шул ваҡыт улар һеҙҙең менән башҡортса һөйләшергә тырыша башлаясаҡ. Әйтергә кәрәк, был бик көслө алым. 3. Ҡартай, олатай, өләсәйҙәр (һәм башҡа туғандары) ейәндәре алдында тик башҡорт телендә генә һөйләшергә тейеш. Улар аңлаһын тип, рус теленә күсеп китергә ярамай. 4. Ғөмүмән, балаларҙың аҡылы әле яңы барлыҡҡа килә, ә ҡартай-өләсәйҙәрҙеке юғары кимәлдә, тип уйлайбыҙ. Был осраҡта әсә теленең яҙмышы кемдең ҡулында булырға тейеш? Әгәр ейәндәрегеҙ ыңғайына рус телендә һөйләшәһегеҙ икән - был аҡылһыҙлыҡ. Шуға аҡыллы булығыҙ. 5. Ейән-ейәнсәрҙәр һеҙҙең менән рус телендә һөйләшеүен дауам итә икән - һеҙ барыбер башҡорт телендә яуап бирегеҙ һәм һөйләшегеҙ. Өйҙәге предметтарҙы тик башҡорт телендә атағыҙ. Мөмкин булғанда, үҙҙәренән әйттереп ҡарағыҙ. 6. Ейәндәрегеҙҙең килеүенә, уның йоҡо һәм уйын бүлмәләрен башҡорт телендәге һүрәтле китаптар һәм журналдар менән тултырып ҡуйығыҙ. Аш бүлмәһендә һәр ваҡыт “Юлдаш” радиоһы һөйләп торһон һәм башҡалар. Йоҡлар алдынан ҡыҫҡа ғына әкиәттәр һөйләгеҙ. Бер үк әкиәтте бер нисә көн ҡабатлағыҙ һәм үҙҙәренән һөйләтеп ҡарағыҙ йәки бер һөйләгәнегеҙҙә йөкмәткеһен боҙоғоҙ. Улар шул ваҡыт һеҙҙе туҡтатып, дөрөҫ итеп үҙҙәре һөйләп ишеттерәсәк. 7. Ейәндәрегеҙ башҡорт телендә һөйләһә, шулай уҡ ниндәйҙер һүҙҙе әйтергә өйрәнһә, ысын күңелдән һоҡланығыҙ, ҡыуанығыҙ һәм шатланығыҙ. ”Афарин” тип арҡаларынан һөйөгөҙ. Ошо мәлде тойоу өсөн улар тағы ла нығыраҡ тырышасаҡ. Уңыштар теләйем! Автор: Наил Юлдашбаев. Фото: profiles-vkontakte.ru