Ғалим ағай һәр көндәгесә иртук тороп мал-тыуарҙы ҡараны ла,Ҡашкар ҡушаматлы атын санаға егеп ферма ға эшкә барырға сыҡты .Ферма күрше ауылда,юл урман аша үтә,Ҡашҡары шәп ат,Ғәлим ағай уны тай сағынан үҙе өйрәтеп алды.Бына 5 йыл инде Ҡашҡар менән йәйен көтөү көтәләр,ҡышын һарайҙа малдарҙы ҡарайҙар. Ете саҡрым урман эсенән юл үтә,ҡыш иртән ҡараңғы,ҡар яҡтыһы ғына бар,иртә әле яҡтыртмаған.Яйлап ҡына -На,малҡай,тип,үҙ алдына ниндәйҙер йыр һуҙып китеп бара Ғалим ағай. Ҡапыл Ҡашкар һисканеп туҡтап ҡала,Ғалим дә аптырап,ҡурҡып китә.Ҡараһа уларҙың ҡаршыһында 4бүре баҫып торалар.Ғәлим тиҙ генә үҙен ҡулға ала ла,сананан төшеп,Ҡашҡарҙың башынан барып ҡосаклай. -Ҡуркма малҡай,улар ҡырағай эттәр беҙгә теймәйҙәр ул,тигән була.Ә үҙе күҙҙәре менән санала ятҡан һәнәген эҙләй. Шул саҡ бурелар яҡынлашалар.... Ғалим ныҡ итеп ҡурҡһа ла,күрһәтмәй,боролоп алда килгән баш бүренең күҙенә тура ҡарай.,бүре лә Ғалим ағайға ҡарай.Шулай күпмелер ваҡыт үткәс баш бүре иптәштәренә борола ла,үҙҙәренең телендә