Найти в Дзене

Майор булғас килерһең.

Илсур Назарович, ғәфү итегеҙ, һеҙгә бер егет килгән, кем икәнен әйтмәй,-тине секретарь ҡыҙ. -Ярай инһен, миңә әйтер кемлеген, тип йылмайҙы  Бына ишек асылды, Илсур Назарович баҫҡан еренән кире креслоһына ултырҙы, уның алдында баһадир кәүҙәле хәрби кейемдә, үҙенең йәш сағы баҫып тора ине. -Здравствуйте, Ильнур Назарович или по простому отец, я ваш сын-Ильвир Ильсурович. Ильсур көскә хәл алып: -Здравствуй сынок, как ты меня нашел? -Это было не трудно, ты ведь не простой человек, а полковник все так и. Жалко дед не узнал этого, месяц тому назад похоронили. ... Ильсур ауыл малайы, күп балалы ғаиләлә үҫте дүрт апаһы араһында иркә, төпсөк, кинйә малай булып. Атаһы ауылда мал ҡараусы, әсәһе сөгөлдөр баҫыуында эшләне. Бәләкәйҙән Ильсурҙы апалары ҡарап үҫтерҙе, ел-ямғыр тейҙермәнеләр. Үҫә төшкәс Ильсур атаһының уң ҡулы булды, бесән, утын әҙерләргә бергә йөрөнөләр. Мәктәптә лә бик шәп уҡыны, уҡыу еңел бирелә ине, башҡа малайҙар кеүек һуғышып, тәртип боҙоп йөрөмәне. Ата-әсәһенең ғорурлығы булды.

Илсур Назарович, ғәфү итегеҙ, һеҙгә бер егет килгән, кем икәнен әйтмәй,-тине секретарь ҡыҙ.

-Ярай инһен, миңә әйтер кемлеген, тип йылмайҙы 

Бына ишек асылды, Илсур Назарович баҫҡан еренән кире креслоһына ултырҙы, уның алдында баһадир кәүҙәле хәрби кейемдә, үҙенең йәш сағы баҫып тора ине.

-Здравствуйте, Ильнур Назарович или по простому отец, я ваш сын-Ильвир Ильсурович.

Ильсур көскә хәл алып:

-Здравствуй сынок, как ты меня нашел?

-Это было не трудно, ты ведь не простой человек, а полковник все так и. Жалко дед не узнал этого, месяц тому назад похоронили.

... Ильсур ауыл малайы, күп балалы ғаиләлә үҫте дүрт апаһы араһында иркә, төпсөк, кинйә малай булып. Атаһы ауылда мал ҡараусы, әсәһе сөгөлдөр баҫыуында эшләне. Бәләкәйҙән Ильсурҙы апалары ҡарап үҫтерҙе, ел-ямғыр тейҙермәнеләр. Үҫә төшкәс Ильсур атаһының уң ҡулы булды, бесән, утын әҙерләргә бергә йөрөнөләр. Мәктәптә лә бик шәп уҡыны, уҡыу еңел бирелә ине, башҡа малайҙар кеүек һуғышып, тәртип боҙоп йөрөмәне. Ата-әсәһенең ғорурлығы булды. Мәктәпте тамамлағас тракторист-пчеловод һөнәрен алды, заманы шундай, белем менән генә инеп булмай юғары уҡыу йортона. Ильсурҙың аҡылы менән әллә ҡайҙа белем ала ие лә бит, тик ябай ауыл малайына аҡсаһыҙ ишектәр ябыҡ булды. Йәше еткәс әрме сафына саҡырыу килде, һаулығы һәйбәт, насар ғәҙәттәре булмағас физик яҡтан алданғылар рәтендә, "Спецназ" ға алдылар, Краснодар крайы Армавир ҡалаһына ебәрҙеләр.

Был йыодарҙа яман, ҡәһәрле Чечен һуғышы бара ине, ярты йыл учебкала булғандан һуң, уларҙы ротаһына Грозныйға командировкаға ебәрәләр, 1.5ай үлем менән күҙгә-күҙ ҡарашып, йән аямай дошманға ҡаршы һуғышалар. Ул командировканан бер яраһыҙ иҫән һау ҡайта Илсур, ә бына икенсе тапҡыр Моздокта командировкала булғанда, контузия ала, ике ай госпиталдә ятып сыға, контузия һөҙөмтәһе"частичная амнезия" армияға тиклемге ваҡиғаларҙы, туғандарын онота, ярай рәхмәт апаларына, әсәһенә хат яҙып торалар. Күп тә үтмәй хәтере урынына ҡайтты, яңынан сафҡа алалар.

Өсөнсө тапҡыр һуғыштың иң ҡыҙыу еренә Грозныйға бер ҡалҡыулыҡты һаҡларға ебәрәләр. Дошман менән ҡапма ҡаршы тороп һуғышырға тура килә, тик көстәр бер булмай Илсурҙың күптәре һәләк була, ҡайһы берҙәрен һарыҡ һымаҡ салып китәләр, ҡулға алалар, ә Илсурҙы үлгән тип, мәйеттәр эргәһенә соҡорға атып бәрәләр.

Ғүмерең бөтмәһә, ашалыр икмәгең бар икән, йәшәйһең, Ильсур трактор тауышына иҫенә килә, күҙен асһа, үлгән һалдаттарҙың мәйеттәрен йыйып йөрөйҙәр икән, бар ҡалған көсөн туплап:

-Я живой,-тип ҡысҡыра ла, иҫен юя.

Госпитальдә иҫенә килә. Ошонрң менән бөтә инде уның һуғышы. Ярты йыл хеҙмәт итәһе ҡалды, алынған яралары башҡа һуғышҡа барырға ярамай тиҙәр. Армавир ҡалаһында тыныс ерҙә хеҙмәтен дауам итә.

Ял көндәрендә һалдаттарҙы ҡалаға сығаралар бит инде, шул бер ялда, ял паркында йөрөгәндә , таныша ла инде зәңгәр күҙле, һары сәсле, ҡурсаҡ кеүек кейенгән сибәркәй Кристина менән.

... Кристина Армавир ҡалаһындағы ҙур бер генералдың берҙән бер ҡәҙерле ҡыҙы. Бала сағы төрлө ерҙә үтә, атаһы хәрби кеше булғас, бер урында ғына йҙшәмәйҙәр. Бына атаһы пенсияға сыҡҡас ҡына ошо ҡалала төпләнделәр, Кристина педагогия институтына уҡырға инде. Дуҫтары күп түгел, бер Яна исемле ҡыҙ менән генә дуҫлаша. Бер көн Яна сыға алманы, шуға Кристина үҙе генә паркка сыҡты. Уйланып, йылға буйында баҫып тора ине, ҡаршыһына хыялдағы егет хасил булды. Кристина бер ҡараштан ғашиҡ булды.

Ильсурҙың да йөрәге бер ҡараштан ярһып тибә башлай. Һәр ял көндәрендә осраша башлайҙар, ялҡынлы мөхәббәт ярала. Һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, алдағы тормош тураһында хыялланалар , пландар ҡоралар. Ильсур хеҙмәтен тултырып ҡайтырға ике аҙна ҡалғас Кристинаның ата-әсәһе менән танышырға була, ҡыҙға тәҡдим яһайым, ауылға ҡайтып туғандарҙы күрәм дә, килермен тип, әйтергә.

Кристинаның атаһы Ильсурҙың ни йомош менән килеүен белгәс:Майор булғас килерһең һалдат!-тип кенә Кире бороп сығара. Кристина нисек кенә ялынмаһын Ильсур менән осрашырға рөхсәт итмәй атаһы. Ике аҙнанан Илсур тыуған яғына ҡайтып китә һәм үҙенә һүҙ бирә -хәрби юл һайлаясаҡ, генерал буласаҡ. Ә Кристина менән хат алышырбыҙ, яҙмыш булһа бергә булырбыҙ әле, ти.

Ауылға ҡайтып әҙерәк ял итә лә, Өфөгә барып СОБР ға эшкә инә. Армияла алған һәләттәре бында ҙур ярҙам итә, тиҙ генә карьера эшләй башлай.

Кристинаға хаттар яҙа, тик ни эшләптер унан яуап булмай, атаһы хаттарҙы бирмәйҙер инде. Армиянан ҡайтыуына 7ай үтте тигәндә көтөп алынған бер генә хат килә.

"Здравствуй мой дорогой, любимый, единственный Ильсур!!!

Как ты родной? Ты наверное писал письма, но их отец мне не отдавал и мои письма тоже тебе не отправлял. Вот разрешил только одно письмо отправить. Поздравляю тебя, у нас родился сын, напиши как его назвать?

Да, ты захочешь приехать, не приезжай, мы уезжаем далеко, я сама пока не знаю куда.

Ильсур иларға ла, көлөргә лә белмәне, улы тыуған, ә ул уны күрә лә алмай. Эҙләмә, килеп йөрөмә, тигән бит әле ул. Яуап хаты яҙып һалды, улыма Ильвир, тип исем ҡуш,ти. Ә, үҙе бер һүҙһеҙ барырға Кристина менән улын эҙләп табып, алып ҡайтырға тип уйланы. Эшенән ял һорап сығып китте. Тик таба алманы, улар сит илгә күсенеп киткәндәр, тинеләр.

Ильсур бар көсөн эшенә күсерҙе, "тырышҡан-ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан"-тиҙәр, 15йыл хеҙмәт иткәндән һуң ул ябай һалдаттапоковникка күтәрелгән ине инде.

Ильсур ғаилә ҡорманы, матур, аҡыллы ҡыҙҙар янында күп булды, тик уның йөрәгендә Кристинан башҡаларға урын юҡ ине.

Бына полковникта булды, Кристинаның атаһына барып:

-Бына мин полковникмын инде, ҡыҙыңды бирәһеңме?-тиа һорарға ине, тик һуңдыр индк, күпме ғүмер үтте, Кристинаның ул тормошо, яңы ғаиләһе барҙыр инде. 

Улын бер ҡасанда күрмәһә лә Ильвирына тип, банкта иҫәп асты, аҡса һала барҙы.

18йәше тулғас ала алыр тип, апаруҡ йыйылды...

Эҙләмәне Ильсур улын, уға Ильвирҙы табыу бер ни тормай, ҡурҡты ул был осрашыуҙан. Ни тип әйтер:

-Мин үҫкәндә ҡайҙа булдың?

-Ни эшләп әсәйем өсөн көрәшмәнең?-тип һораһа.

... Бына үҙе эҙләп килеп тапҡан, уның улы-Ильвиры, ҡарашы үткер, күҙҙәренән осҡон уйнап тора. Беренсе тапҡыр үҙ ғүмерендә Ильсур телһеҙ ҡалды. Тынлыҡты боҙоп Ильвир былай тине:

-Ильсур Назарович, извините, но сразу не смогу Вас отцом называть. Я уже говорил месяц тому назад умер дед, после его похорон мама рассказала мне про Вас, про вашу любовь и то, что дед сделал все, чтоб вы не были вместе. До смерти деда, про твое существование мне вообще не говорили, это была запретная тема. Дед был очень властным и жестким человеком, хотел, чтоб все было так, как он задумал.Но в одном я ему благодарен, он воспитал меня, настоящего мужика сделал, отдал в кадетский, видишь Я уже лейтенант.

Маму только жалко, она так и не вышла замуж, говорит, если и выйдет замуж когда-нибудь только за Вас. Она всю жизнь посвятила мне и работе, все еще работает в школе, директором.

Ильсур ишеткәндәренә ышана алмай, йоҡлайым мы әллә, төш күрәме, тип ултырҙы.

Шунан иҫенә килеп тороп беренсе тапҡыр улын ҡосаҡлап алды. Икеһенең дә күҙҙәренән субырлап йәштәр тама ине...

Күпме йылдар үткәс улдарының 20йәшлек юбилейында, гөрләтеп туй үткәрҙеләр Ильсур менән Кристина, ғаилә ҡорҙолар. Һуңынан Кристинаның атаһының ҡәберенә сәскә һалырға барҙылар, Ильсур шунда:

-Бына полковник булдым, майор ғына түгел, хәҙер ҡыҙыңды алам инде ҡайным-тине..... Яҡындағы ағас япраҡтары шыбырлап ҡуйҙы, атаһының йәне ризалыҡ бирҙе ахры....

#башҡортсахикәйә

#хикәйә

#хикәйәләряҙам

#башҡорттелендәхикәйә.....