30 майҙа Өфөлә, Рәсәй Федерацияһы Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре махсус хәрби операция үткәргән ваҡытта Донбассты һаҡлаусылар өсөн иғәнә йыйыуҙа ҡатнашҡаны өсөн федераль власть структуралары хеҙмәткәрҙәрен Халыҡ фронтының рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле билдәләре менән бүләкләү тантанаһы үтте. Наградаларҙы Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тапшырҙы. Сарала шулай уҡ төбәк Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Бөтә Рәсәй Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин ҡатнашты. Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, А.М. Моратшина исемендәге дәүләт төбәк стандартлаштырыу, метрология һәм һынау үҙәге коллективтары бар ине. Алексей Касьянов тәбрикләү һүҙендә хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаиләләренә һәм яңы ҡушылған биләмәләрҙә йәшәүселәргә ярҙам итеү мәсьәләләрендә Башҡортостан халҡының берҙәм булыуын билдәләне. – Бүләкләнеүсе ведомстволарҙың хеҙмәт коллективтарына Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Михаил Кузнецов, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров исеменән һәм үҙемдән Донбассты һаҡлаусылар, уның тыныс халҡы өсөн иғәнәләр йыйыуҙа ҡатнашҡандары өсөн ихлас рәхмәт белдерәм. Битараф булмағанығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн беҙ йәмғиәтебеҙҙең, республика халҡының юғары кимәлдә берләшеүен күрәбеҙ. Был структураларҙың хеҙмәткәрҙәре ситтә ҡалмай, үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтте. Шулай уҡ үҙемдән тантанала ҡатнашҡан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенә һәм Бөтә Рәсәй Халыҡ фронтының төбәк башҡарма комитетына рәхмәт һүҙҙәрен белдерергә теләйем. Һәр берегеҙҙең рәхмәте, һеҙҙең шәфҡәтлегегеҙ арҡаһында ниндәйҙер кеше, өйҙән һәм туғандарынан алыҫта, хәүеф аҫтында йөрөгән саҡтарында, йылылыҡ һәм хәстәрлек тоя. Был баһалап бөткөһөҙ иғтибар, – тине ул. Сара төрлө быуын һәм һөнәр эйәләрен берләштергән “Бөтәһе лә Еңеү өсөн” Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты проектына нигеҙ һалыныуға бер йыл тулыуға арнала. Проекттың интернет порталы аша ил халҡы алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яугирҙәргә, Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары халҡына ярҙам итеү мөмкинлегенә эйә. Сайтта төрлө ысулдар менән ярҙам күрһәтеү тураһында бәйән ителә: аҡса күсереү, кәрәкле әйберҙәр йәки аҙыҡ-түлек тапшырыу һәм башҡалар. Ауыр хәлдә булғандарҙың теләктәрен үтәп, изге һүҙҙәр менән дә дәртләндерергә мөмкин. Гуманитар ярҙам һәм хаттар менән тулы бөтә конверттар һәр адресатҡа барып етә. ”Хәрби хеҙмәткәрҙәргә, уларҙың ғаиләләренә дәүләт кимәлендә генә түгел, шәхси тәртиптә лә ярҙам итеүҙә берҙәмлегебеҙ ил һәм республика мәнфәғәте өсөн бурыстарҙы артабан да хәл итергә мөмкинлек бирер, тип ныҡлы ышанам”, – тип билдәләне баш федераль инспектор. Фото: рәсми сығанаҡтан.
"Бөгөн беҙ йәмғиәтебеҙҙең, республика халҡының юғары кимәлдә берләшеүен күрәбеҙ"
31 мая 202331 мая 2023
2 мин