Граждандарға ағас биреү Рәсәй Федерацияһының Урман кодексы һәм “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” республика законы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһында граждандарҙың үҙ ихтыяждары өсөн урман үҫентеләрен һатып алыу-һатыу тураһында килешеү төҙөү тәртибе нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Күрһәтелгән документтарға ярашлы, һәр ғаилә 25 йыл дауамында бер тапҡыр 110 кубометрға тиклем шәхси йорт төҙөү өсөн һатып алыу хоҡуғына эйә. Бынан тыш, ағас торлаҡ йортто ремонтлауға, йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға, шулай уҡ йылытыу өсөн бирелә. Мәҫәлән, шәхси йортто ремонтлауға, реконструкциялауға һәр кеше биш йыл дауамында бер тапҡыр – 25 кубометрға тиклем эшлекле ағас (дөйөм әҙерләү күләмендә ылыҫлы ағастарҙың 40 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш), шулай уҡ йорт яны ҡоролмаларын төҙөүгә – 50 кубометрға тиклем йомшаҡ япраҡлы һәм (йәки) ҡаты япраҡлы ағас һатып ала ала. Йорт яны ҡаралтыларын ремонтлауға халыҡ шулай уҡ өс йыл дауамында бер тапҡыр 15 кубометрға