Уҡытыусы һәм остаз йылында Аҡмулла университетында билдәле тюрколог-лингвист, филология фәндәре докторы, профессор Талмас Мәғсүм улы Ғарипов иҫтәлегенә ҙур сара үткәрелде. Ошо көндә университетта уның исемендәге аудитория асылды һәм “Ғарипов уҡыуҙары” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция ойошторолдо. Был сара “Т.М.Ғарипов исемендәге “Turco-Slavika” лингвистик академия” проекты сиктәрендә уҙғарылды. Проектты юғары уҡыу йорто Башҡортостан Башлығы гранты иҫәбенә үткәрә. “Талмас Мәғсүм улы бөгөн университетҡа, үҙенең уҡыусыларына һәм хеҙмәттәштәренә әйләнеп ҡайтты. Был аҡыллы һәм шәфҡәтле кеше менән аралашыу, унан кәңәштәр алыу мөмкинлеге булмауы моңһоу. Әммә уның тураһындағы яҡты иҫтәлектәр беҙҙең хәтерҙә һәр саҡ һаҡланасаҡ”, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин. Фото: “Башинформ”.