Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең судьялар корпусын республика Юғары судының яңы рәйесе Раил Шәйҙуллин менән таныштырыу церемонияһында ҡатнашты. Был сара алдынан республика етәксеһе Юғары судтың яңы бинаһын һәм судтар музейының экспозицияларын ҡараны. “Раил Рәшит улын был вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлайым. Башҡортостан судьяларының эшенә һәр саҡ профессионализм һәм принципиаллек, үҙ бурыстарына һәм Ҡанунға тоғролоҡ хас тип билдәләйһем килә. Ҡануниәт камиллаша барһа ла, бәхәстәрҙе хәл итеү механизмы ябайлашһа ла, республикала суд эштәре йыл һайын арта. Беҙҙең республикала судьялар иңенә төшкән йөк – илдәге иң ҙурҙарҙың береһе. Был осраҡта ла Башҡортостан суд эшенең сифаты буйынса иң яҡшы төбәктәр иҫәбенә инә, Һеҙҙең етәкселектә Башҡортостандың судьялар корпусы үҙ алдында торған мөһим бурыстарҙы уңышлы хәл итә барыр тип ышанам, Раил Рәшит улы”, – тине Радий Фәрит улы. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Александр Касьянов Раил Шәйҙуллинға Юғары суд рәйесе танытмаһын тапшырҙы. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.