Ҡалтасы районындағы был янғын ҡамап алынған, эргәләге Ҡуян ауылына хәҙер ут янамай. Янғын булған ерҙе уратып ерҙе һөргәндәр. Әеге мәлдә урман аҫтындағы түшәлмә, ҡыуаҡлыҡтар, ағас төпһәләре яныуҙан туҡтамай. Был ерҙә урын-урыны менән һаҙлыҡ, махсус техника үтерлек түгел. Янғынды ҡамап алыу һәм һүндерә башлау өсөн ҡеүәтле автомашиналар, квадроциклдар йәлеп ителгән, бында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының автомобилдәр төркөмө эшләй. Өфөнән янғындан ҡотҡарыу буйынса КА-32 вертолеты ебәрелде. Утты һүндергәндә дөйөм массаһы 89 тонанан ашыу булған һыу һибелгән. Янғынды һүндереүҙә 84 кеше һәм 22 берәмек техника эшләй. Урындағы халыҡтан да 400-ләп кеше әүҙем ярҙам итә. Фото: “Башинформ”.