Бөгөн Өфөнөң С. Перовская урамындағы күп ҡатлы йортта Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле диктор һәм алып барыусы Әхәт МОРТАЗИН иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы булды. “Бөгөн – яҡты ла, бер аҙ моңһоу ҙа, уйландырғыс та, тулҡынландырғыс та көн. Әхәт ағай ҡыҫҡа ғүмер йәшәне, әммә барыбыҙға ла тауҙай байлыҡ ҡалдырып китте. Уның шәхесе, барлыҡ оло шәхестәргә хас булғанса, күп яҡлы ине. Был уның профессиональ эшмәкәрлегендә лә сағылды: ул диктор ҙа, алып барыусы ла, режиссер ҙа... Балалар өсөн әкиәттәр яҙһынмы, әҙәби әҫәрҙәр өсөн музыкаль композициялар эшләһенме, “Көлә-көлә “Һәнәк” килә” кеүек юмористик тапшырыуҙар алып барһынмы – бөтә нәмәне еренә еткереп, тамашасыны һәм радио тыңлаусыны уйландырырлыҡ итеп башҡарҙы. Коллективта ла ул күп яҡлы шәхес ине, спорт ярыштары, төрлө байрамдар унан башҡа үтмәне”, – тине “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәров. Билдәле телевизион алып барыусы Наил Юнысов етәкселегендәге был сарала Бөтә Рә