Тимер Йосоп улы 1938 йылдың 31 майында Дыуан районының Түбәнге Әбсәләм ауылында тыуған. Ауыл мәктәбен тамамлағас та Ҡыйғы район гәзитендә эшләгән егет Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Унан һуң Бөрйән районында уҡыта, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идаралығында эшләй, Мәскәүҙең юғары әҙәбиәт курстарын тамамлай. Башҡорт шиғриәтенә исеме алтын хәрефтәр менән яҙылған шағирҙың тыуған көнө айҡанлы, бөгөн уның замандашы, дуҫы, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Шәкүр үҙенең иҫтәлектәре менән бүлеште: “Тимер Йосопов менән беҙ Башҡорт дәүләт университетында бер дәүерҙә уҡыныҡ. Мин беренсеме, икенсеме курсты бөткәс Тимер уҡырға килде. Ниһайәт, имтихандарын уңышлы тапшырып уҡырға инде һәм ауылына ҡайтырға сыҡҡас, беҙ уны, Мәхмүт Уразаев менән оҙатырға сыҡтыҡ. Шул саҡ мин, урамда, бөтә халыҡ алдында, трамвайға барып еткәнсе ҡысҡырып репортаж һөйләп барҙым. Бына, Башҡорт дәүләт университетына йәш шағир килде, ул буласаҡ халыҡ шағиры, беҙ уны бөгөн уҡырға